Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
9 Июня 2022, 15:00

Нисек инде улай?

Ағайым күп йылмайҙы, ниҙер һөйләне-хәтерләмәйем. Шул саҡ телефоным шылтыраны. Уны барып сумкамдан алһам, әсәйем илай-илай ағайымдың ике сәғәт элек аварияла һәләк булғанын әйтте...

Нисек инде улай?Нисек инде улай?
Нисек инде улай?

Эштән ҡайтһам, ишек янында йылмайып ағайым баҫып тора. 4 йыл күрешмәнек. Мин икенсе ҡалала йәшәйем. Инеп сәй эсергә ултырҙыҡ. Ағайым күп йылмайҙы, ниҙер һөйләне-хәтерләмәйем. Шул саҡ телефоным шылтыраны. Уны барып сумкамдан алһам, әсәйем илай-илай ағайымдың ике сәғәт элек аварияла һәләк булғанын әйтте.

Кире кухняға йүгереп индем. Бер кем дә юҡ. Өҫтәлдә минең генә сынаяғым ултыра. Нимә булды был, кешеләр?! Мин кем менән сәй эстем һәм кем һөйләштем һуң? Улай булыуы мөмкинме? Мин ысынлап та ағайымды күрҙем бит. Хатта күрше лә: “Һиңә ниндәй ир инеп сыҡты?”-тип һоран бит. Нисек инде улай!

Гөлфирә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас