Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
17 Май 2022, 20:00

Шайтан саҡырам тип...

Үткән йома, 13-ө. Был көндө ҡара көстәрҙе саҡырып булғанын белгән дуҫым да шайтанға мөрәжәғәт итергә була. Ял көнө алдынан дуҫтары менән байрам итеп алған йәш ир интернетҡа инеп шайтанды нисек саҡырырға икәнлеген өйрәнә һәм эш башлай...

Шайтан саҡырам тип...
Шайтан саҡырам тип...

Минең дуҫым рус милләтенән булараҡ, христиан динен тота. Үткән йома, 13-ө. Был көндө ҡара көстәрҙе саҡырып булғанын белгән дуҫым да шайтанға мөрәжәғәт итергә була. Ял көнө алдынан дуҫтары менән байрам итеп алған йәш ир интернетҡа инеп шайтанды нисек саҡырырға икәнлеген өйрәнә һәм эш башлай. Ниндәйҙер һүҙҙәрҙе өс мәртәбә ҡабатларға кәрәк була. Ул икенсе мәртәбә ҡабатлағандан һуң ишек ҡыңғырауы яңғырап китә. Шул уҡ мәлдә айыҡҡан дуҫым әкрен генә ишеккә яҡынлаша. Ә унда хәҙер ишек дөбөрләтә башлайҙар. Ни булһа ла булыр, тип ишекте асҡан дуҫым алдында ике йыл элек айырылған ҡатыны пәйҙа була. Ул фатирҙан нимәһендер алырға килгәнен белдерә.

Дуҫым: “Бына күрәһеңме, мин бит уның менән юҡҡа айырылышмағанмын. Шайтанды саҡырғанда нәҡ уның килеүе осраҡлы түгел бит. Ведьма бит ул, ведьма”,-тип оҙаҡ тыныслана алманы. Онотолоп ултыра-ултыра ла: "Ведьма инде! Ведьмалар ғына шулай һылыу була ала. Күпме кәстрүл ашты ашап бөттө, ә бер һимермәне! Уууу, ведьма",-тип ҡабатлай башлай.

Беҙ көлһәк, беҙгә асыулана, йәнәһе, ен-ҡатын менән ул йәшәп ятҡан, ә беҙ түгел.  

Т.

Һүрәт интернеттан

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: