Һаҡмар
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
13 Май , 18:00

Өйҙә бар нәмә боҙолоп бөттө...

- Һеҙгә бик ныҡ көнләшкән кеше бар. Шуның күҙе тейгән йортоғоҙға. Артабан барыһы ла яҡшы булыр. Тик өйөгөҙҙө һаҡлау сараһын күрергә кәрәк. Йортоғоҙға ҡыҙыл төҫтәге сағыу картина элеп ҡуйығыҙ. Һәм мотлаҡ йортоғоҙҙа корица тотоғоҙ. Был кеше корица яратмай, өйөгөҙҙә корица булһа, ул һеҙгә килһә лә, оҙаҡ ултыра алмаясаҡ, күҙе лә тейеп өлгөрмәҫ,-тине был...

Өйҙә бар нәмә боҙолоп бөттө...
Өйҙә бар нәмә боҙолоп бөттө...

 

Күптән күрешмәгән әхирәтем яңы йортона алып ҡайтты. Электән саҡырһа ла, юл төшмәй ине. “Һин генә күрмәнең беҙҙең матурлыҡты!”-тип телефондан оран һалып ҡысҡыра ла, артынса уҡ “тьфу-тьфу-тьфу” тип өс мәртәбә төкөрөп ҡуя.

Бына мин уның хыялы буйынса һалынған йортта. Ҙур ҡаланан алыҫ түгел. Ҡунаҡтар бүлмәһендә эленеп торған ҡыҙыҡ картина иғтибарымды йәлеп итте. Ҙур рамкала ҡып-ҡыҙыл ниндәйҙер шарҙармы әллә яҡтылыҡ төшөүеме, аңлашылмай. Урыҫ милләтенән булған әхирәтем күберәк иконаларға иғтибар бирә ине, ә был нимә инде ул? Бар матурлыҡты боҙоп торған һымаҡ. Әленән-әле сәйерһенеп картинаға текләйем. Оксана ла минең ҡайҙа төбәлгәнде күреп ҡалды ла:

- Ә бит дөрөҫ әйткән,-тип ҡуйҙы

- Кем дөрөҫ әйткән? Нимәне?

- Мин һиңә барыһын да һөйләп бирермен. Тик өҫтәл артында.

Оксананың һөйләгәндәрен тыңлап оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Уға ышанмау минең башыма ла инеп сыҡманы. Сөнки нисәмә йылдар беләм уны, бер ҡасан да “шыттырғаны” юҡ. Хис-тойғоларға ла бирелә торған кеше түгел. Бухгалтер-иҡтисадсы булараҡ ул барыһын ла аныҡ уйлап эш итә.

Оксана үҙенең ошо йортҡа күскән ваҡытына әйләнеп ҡайтты:

- Йорт һалыу тураһында уйламай ҙа инек. Ҡала ситендә ер бүлемен күптән алһаҡ та, унда тик ваҡыты-ваҡыты менән килеп йөрөргә аласыҡ торҙо. Баҡса ултыртып маташтыҡ. Шулай ҙа эргә-тирәлә ҙур-ҙур өйҙәр ҡалҡа башлағас, уңайһыҙландыҡ. Кредит алғы килмәй ине. Сөнки бухгалтер булараҡ, унда ниндәй ҡот осмалы проценттар түләтеүҙәрен беләм.

Уйламағанда крестный (ҡиәмәтлек олатаһы-авт) мәрхүм булды. Ғаиләһе, балалары булмағас иҫәптәге аҡсаһын һәм фатирын миңә мираҫҡа ҡалдырыуы асыҡланды. Ярты йылдан аҡса минең иҫәпкә күсте. Фатирын да һаттыҡ һәм шул аҡсаға йортобоҙҙо һалып та ҡуйҙыҡ. Аҡсаң ғына булһын бит – хәҙер тиҙ төҙәләр. Үҙем эшләнем планировкаһын. Шул мәлдә ирем яҡшы эшкә күсте, ә мин, ниһайәт, ауырға ҡалғанымды белдем. Полоса удач! инде.

Өй туйларға саҡырҙыҡ. Эштә яҡшы аралашҡан Эльвира һәм Наташа менән өйҙө ҡарап йөрөйбөҙ. Беҙҙең йоҡо бүлмәһен Эльвира:

- Тарыраҡ бит. Ә бынау хәтлем гардероб бүлмәһен нимәгә эшләттең инде? Барыбер бер-ике бөртөк кенә кейемегеҙ эленеп тора,- тип юҡҡа сығарҙы.

- Гардеробта барыһы ла һаҡлана инде. Түшәк кәрәк-яраҡтары ла, кейем дә тулыр,-тип ҡаршы төштө Наташа.

- Буш обой йәбештергәнһең. Ул хәҙер модала түгел. Стенаны буятыр ғына кәрәк ине,-тип үҙенекен ҡуйманы Эльвира.

Шулай ҙа ҡунаҡты матур итеп үткәреп ебәрҙек. Барыһы ла йорттоң планировкаһына һоҡланды, барыһы ла үҙ урынында, йыһаз да дөрөҫ һайланған, тиештеләр.

Ошо ҡунаҡтан һуң барыһы ла башланды инде. Уныһын мин һуңынан аңланым. Иң тәүҙә һыуытҡыс эшлектән сыҡты. Туңдырғысындағы кәтлиттәр, йәшелсә-емеш – барыһы ла иреп, эшкинмәҫлек булып ята ине. Мине беләһең бит, аҙыҡ-түлекте күмәртәләп алып, алдан әҙерләп ҡуям. Үҙем ҡамыр баҫып, туңдырып һалған бар аҙыҡты ташларға тура килде. Нимәнелер ашап маташтыҡ, тик ҡайҙан инде ул. Мастерҙы саҡырттыҡ. Ул йүнәтеп китте.

Бер көн эштән ҡайтһам ирем:

- Һин борсолма, йәме,-тип ултыра.

Был юлы телевизор һәм һауыт-һаба йыуған автомат юҡҡа сыҡҡан ине. Өс көндән кер йыуған автоматым боҙолдо. Унан йүнәтелгән һыуытҡысым тағы боҙолдо. Дүшәмбе ирем эшкә һуңланы, сөнки машинабыҙ эшләмәне лә ҡуйҙы.

Эштә ултырғанда беҙгә килгән ҡәйнәм шылтыратып кухонный комбайн эшләмәүен әйтте. Йәнем көйөп телефонды яра һуға яҙҙым. Полина нимә булыуын һораны. Нисәмә аҙна әрнеп йөрөгән бар нәмәмде асып һалдым.

- Күҙ тейгән,-тине Полина.

- ?!

- Өйөгөҙгә,-тине ул. - Теләһәң, бер ҡатындың телефонын бирә алам. Тик уға ышанырға кәрәк. Ул ышанмағаныңды һиҙһә, боролоп ҡайтып китәсәк.

Өйҙә бар техника рәттән сығыуынан шул тиклем арыған инем. Риза булдым. Тәғәйенләнгән сәғәткә йортобоҙ янына ҡиммәтле иномаркала фыртым ғына бер ҡатын килеп туҡтаны. Өйгә инеп, өҫ кейемен систе лә, бүлмәнең уртаһына тороп, тын ҡалды. Мин дә торам янында аптырап. Унан сумкаһынан ҡыҙыл муйынсаҡтар, май шәмдәре сығарҙы. Уларҙы һәр тәҙрәгә элеп сығырға ҡушты. Уныһына ике сәғәт китте. Ҡатын бөтөн өй буйынса ҡыҙыл еп һуҙҙы. Май шәмен тотоп, ут менән бар өйҙө урап сыҡты. Унан ҡыҙып епте сисеп, уны каминда яндырырға ҡушты.

- Һеҙгә бик ныҡ көнләшкән кеше бар. Шуның күҙе тейгән йортоғоҙға. Артабан барыһы ла яҡшы булыр. Тик өйөгөҙҙө һаҡлау сараһын күрергә кәрәк. Йортоғоҙға ҡыҙыл төҫтәге сағыу картина элеп ҡуйығыҙ. Һәм мотлаҡ йортоғоҙҙа корица тотоғоҙ. Был кеше корица яратмай, өйөгөҙҙә корица булһа, ул һеҙгә килһә лә, оҙаҡ ултыра алмаясаҡ, күҙе лә тейеп өлгөрмәҫ,-тине был бағымсы.

Ҡапыл иҫемә Эльвира килеп төштө. Беҙ айына бер мәртәбә тәмлекәстәр бешерелгән кафеға йөрөйбөҙ. Шунда корицалы булочки бешерәләр. Беҙ Наташа менән рәхәтләнеп ашаныҡ, ә Эльвира: “Корицаның еҫенән үк күңелем болғана”,- тигәйне. Бына ул яман күҙле, көнсөл кеше кем?! Әхирәт булып йөрөгән Эльвира!

Ә һин аптырап ҡараған картина бағымсы әйтеүенсә, өйгә килгән кешеләрҙең иғтибарын үҙенә тартып, йортто алама энергиянан йәғни күҙ тейеүҙән һаҡларға тейеш ине. Ысынлап та, кем килә беҙгә, барыһы ла шул картинаға текләп алып китә.

Иремә бер нәмә лә һөйләмәнем. Ышанмаҫ, көлөр ине ул минән. Уның ҡарауы бер йылдан ашыу йортобоҙҙа бер нәмәбеҙ боҙолғаны юҡ.

 

Эйе, Хоҙай Тәғәлә яман кешенән, яман күҙҙән һаҡлаһын, тип бушҡа теләмәйҙәр шул...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в