Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
5 Мая 2022, 11:50

Ярҙам һорай ҙа ялбара

Һуңғы осор минең төндәрем ниндәйҙер ярҙам һорап ялбарған төштәргә әүерелде. Таныш йәш ҡатын етәксеһенә, тормошона зарланып илай ҙа илай. Өс төн бер үк кешене күреү тамам ялҡытты...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярҙам һорай ҙа ялбараЯрҙам һорай ҙа ялбара
Ярҙам һорай ҙа ялбара

Һуңғы осор минең төндәрем ниндәйҙер ярҙам һорап ялбарған төштәргә әүерелде. Таныш йәш ҡатын етәксеһенә, тормошона зарланып илай ҙа илай. Өс төн бер үк кешене күреү тамам ялҡытты. Ял көнө бассейнда осрашҡайныҡ тегегә: “Беләһеңме, хәл итеп булмаҫтай проблемалар юҡ. Һин миңә сәйгә кил, шунда барыһын да һөйләшербеҙ. Төшөмдә лә һиңә шундай кәңәш бирҙем”,-тинем.

Танышымдың күҙе дүртәү булды. Төшөмдө һөйләп биргәйнем, бөтөнләй шаҡ ҡатты. “Мине ысынлап та бер проблема борсой, тик уны һәр кем менән уртаҡлаша алмайым. Шуны уйлап төнөн йоҡлай алмай ятҡанда, һинең менән кәңәшләшергәме икән әллә, тип уйлағайным”,-тине.

Зифа.

Автор:Гузель Салихова