Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
18 Апрель 2022, 19:05

Төш күрмәһәң ине...

Тәүҙә мин бер нимә лә аңламай инем. Һуңынан мәғлүмәттең һәр саҡ төрлөсә килеүен аңланым. Ҡайһы саҡта кешенең фотоһын күрәм һәм уның үлем датаһы ташҡа яҙылған килеш күренә, ә бәғзе ваҡытта исеме яңғырай. Минең башымдан “Ҡасан?”-тигән һорау үтеүе була, “тиҙҙән”, йәки “ноябрҙә”, “өс айҙан” кеүек яуап алам...

Төш күрмәһәң ине...
Төш күрмәһәң ине...

Кешеләр миңә ышанып етмәһә лә, ете йәштәр тирәһенән янымдағы кешеләрҙең ҡасан үләсәге тураһында төштәр күрә башланым. Тәүҙә мин бер нимә лә аңламай инем. Һуңынан мәғлүмәттең һәр саҡ төрлөсә килеүен аңланым. Ҡайһы саҡта кешенең фотоһын күрәм һәм уның үлем датаһы ташҡа яҙылған килеш күренә, ә бәғзе ваҡытта исеме яңғырай. Минең башымдан “Ҡасан?”-тигән һорау үтеүе була, “тиҙҙән”, йәки “ноябрҙә”, “өс айҙан” кеүек яуап алам. Ҡайһы саҡта телевизорҙа йүгереп үткән реклама кеүек мәғлүмәт ебәрелә. Бындай төштәрҙе мин бик ауыр кисерәм. Унан һуң әллә нисәмә көн башым ауыртып, йоҡлаһам да йоҡом туймай, бер нисә көн хәлһеҙ йөрөйөм.

Ҡустымдың туйына бер аҙна ҡалғас мәрхүм ҡартатайымды төшөмдә күрҙем. Уның менән зыяратта һөйләшеп ултырабыҙ икән, йәнәһе. Яныбыҙҙа ҡәбер ҡаҙалар. Мин: “Был кемгә?” тип һораным. Ҡартатайым: “Һиңә. Ләкин һин йәш бит әле, бәлки, кире уйлайҙар ҙа, урыныңа икенсе кешене алырҙар”,-тине. “Ҡасан?”-тип һораным. “Ҡустыңдың туйынан һуң ун көн үткәс”,-булды яуап.

Минең төштәремдең дөрөҫкә сығыуын белгән ҡустым, һөйләгәнемде ишетеп ҡурҡыуға ҡалды. “Һин ипләп кенә йөрө инде”,-тип үтенде. Туй мәшәҡәттәре менән онотолоп йөрөһәм дә, ул үтеп киткәс күңелем туҡтауһыҙ болоҡһоно. Йәш көйөнсә бер ҙә үлге килмәй бит әле! Теүәл ун көн үткәс атайымдың апаһы вафат булыуын хәбәр иттеләр. Инәй оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ауырымай ине, йоҡлағанында инсульт һуҡҡан тинеләр. Күрәһең, мине йәлләп, олораҡ яҡын кешемә алмаштырғандарҙыр. Эх, төш күрмәй торған дарыу тапһалар ине...

С.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: