Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
18 Апрель 2022, 20:00

Кем ҡотҡарҙы икән?

Киҫкен боролошло бер юл аша үтергә кәрәк ине. Ирҙәр беҙҙән алда үтеп китте. Әхирәтем минән алда бара ине. Боролошта ҙур тиҙлек менән килгән еңел машина күренде. Әхирәтемдең ире быны күреп ҡатынына: “Һаҡ бул!”-тип ҡысҡырҙы. Тик әхирәтем кеҫә телефонына текәлеп алған да, бер нимәне ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә...

Кем ҡотҡарҙы икән?
Кем ҡотҡарҙы икән?

Ҡыҙыҡ заманда йәшәйбеҙ: кемдер Аллаға ышана, икенселәр йога менән шөғөлләнә, ә беҙ, совет балалары, йышыраҡ атеист булып ҡалабыҙ. Шулай ҙа ҡайһы саҡта көтөлмәгән һәм аңлатыуға бирелмәгән күренештәр бер мәлдә һинең ҡараштарыңды үҙгәртеп ебәрә.

Был хәл йәйгеһен булды. Беҙ дуҫ ғаиләләр менән бергә ял итергә яратабыҙ. Был юлы ла йәйге урманды ҡыҙырып, ял итеп алырға булдыҡ. Замана талабы-һәр кемебеҙҙең ҡулында телефон. Фотоға төшөп, шунда уҡ интернет селтәренә һалабыҙ. Киҫкен боролошло бер юл аша үтергә кәрәк ине. Ирҙәр беҙҙән алда үтеп китте. Әхирәтем минән алда бара ине. Боролошта ҙур тиҙлек менән килгән еңел машина күренде. Әхирәтемдең ире быны күреп ҡатынына: “Һаҡ бул!”-тип ҡысҡырҙы. Тик әхирәтем кеҫә телефонына текәлеп алған да, бер нимәне ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Машина уға етеп кенә бара. Шул саҡ ниндәйҙер күренмәгән көс әхирәтемдең телефонын тартып алып, уны баш осона осорҙо. Әхирәтем телефонын тотам тип ҡапыл туҡтаны һәм тиҙлеген кәметмәгән дә еңел машина уны төкөй яҙып үтеп тә китте. Аллаға ла, муллаға ла ышанмаған әхирәтем үлемдән көскә ҡотолоп ҡалыуын аңлап сеңләп илап ебәрҙе. Үҙе: “Бөгөн инәйемдең вафат булған көнө, Хоҙай юҡ тип уйлаһам да, өлкән бер инәйгә хәйер биреп, мәрхүмәгә аят бағышлатҡайным. Шул ярҙам иттеме икән, әллә фәрештәләр ысынлап та бармы икән”,-тип һамаҡлай.

Эйе, был донъяға мәңгелеккә килгән кеше һымаҡ ҡыланһаҡ та, шулай уйламағанда һәләк булыуыбыҙ бар шул...

М. Моратова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: