Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
17 Апрель 2022, 20:20

Һинең тәнеңә...күсергә уйлай!

Иртәнсәк көскә башымды ҡалҡытып, аш бүлмәһенә индем. Хужабикә: “Һеҙ уны күрҙегеҙме?”-тип һораны. Унан: “Йәһәтерәк ҡайтып китегеҙ!”-тине. Күпме генә һорашһам да, ул башҡа бер нәмә лә әйтмәне. Ҡалала эшемде тамамлап, кафеға индем. Таныш официант ҡыҙ: “Шунан, нисек йоҡланығыҙ?”-тип һораны. Мин уның барыһын да һөйләп биреүен талап иттем...

Һинең тәнеңә...күсергә уйлай!
Һинең тәнеңә...күсергә уйлай!

Үҙ тормошо, совет осоро тураһында һөйләргә яратҡан был өлкән ағайҙы тыңлауы ҡыҙыҡ та, фәһемле лә. Сәйәсәткә күсеп китә ул, төкөрөк сәсеп түрәләрҙе әрләп ала. Ә был юлы ул: “Һин ғәләмәт донъя менән ҡыҙыҡһынаһың, шикелле. Шундай яҙмаларыңды йыш уҡыйым. Үҙем менән булған шундай хәлде һөйләйемме? Теләһәң – яҙып та сығара алаһың, тик исемһеҙ итеп”,-тине серле генә итеп. Уның менән булған ысынлап та тетрәндергес икән. Бындай хәлде уйлап табыуы ла мөмкин түгелдер...

 

- Командировкаларға йыш йөрөргә тура килде миңә. Совет заманында бының менән бер кемде лә аптыратырлыҡ түгел ине. Поезға ултыраһың да, бер ҡасан да күрмәгән ҡалаларға барып төшәһең.

Бер шундай эш сәфәрем ваҡытында ҡунаҡханала урын булмай сыҡты. Диңгеҙ ҡалаһы кешеләр менән шығырым тулы ине. Кафеға инеп аптыранып ултырам. Унан яныма килгән официант ҡыҙҙан: “Һеҙҙең ҡалала бер төнгә йоҡларға индереүселәр бармы?”-тип һораным.

Теге әҙерәк уйланып торҙо ла “эйе” тип баш ҡаҡты. Адресын яҙып алып килде лә, миңә нисектер сәйер ҡарап: “Тик һаҡ булығыҙ”,-тине. Мин бер ни ҙә әйтеп өлгөрмәнем, ҡыҙыҡай юҡ булды. Ҙур ғына йортта мине өлкән йәштәге ханым ҡаршы алды. “Ярай, ҡалығыҙ, мин тауышты яратмайым, йоҡларға иртәрәк ятығыҙ”,-тине. Арыған кешене өгөтләргә кәрәкмәй, мин шунда уҡ бүлмәмә йүнәлдем. Серәкәйҙәр инеп ҡуймаһын тип тәҙрәмде ябайым тигәйнем, тәҙрәнең өлгөһөнән миңә бер ир текләп ҡарап тора! Ҡотом осоп үлә яҙҙым. Күҙемә күренгәндер, тип йыуынырға ваннаға инеп киттем. Һөртөндөм дә, көҙгөгә ҡараһам шул уҡ ирҙең башы! Тайып йығылып бик ныҡ ҡына итеп башым менән бәрелдем. Көскә карауатҡа барып еттем. Нисектер йоҡлап киткәнмен.

Иртәнсәк көскә башымды ҡалҡытып, аш бүлмәһенә индем. Хужабикә: “Һеҙ уны күрҙегеҙме?”-тип һораны. Унан: “Йәһәтерәк ҡайтып китегеҙ!”-тине. Күпме генә һорашһам да, ул башҡа бер нәмә лә әйтмәне. Ҡалала эшемде тамамлап, кафеға индем. Таныш официант ҡыҙ: “Шунан, нисек йоҡланығыҙ?”-тип һораны. Мин уның барыһын да һөйләп биреүен талап иттем.

Ҡыҙ: “Ҡасандыр йорт хужабикәһе ҡайтып ингәндә иҫерек кейәүенең ҡыҙын һәм ике ейәнен үлтергәнен күреп ҡала. Ул шунда уҡ кейәүен сәнсеп үлтереп, үсен ала. Кешеләр һөйләүенсә, ул енәйәтсе кейәүенең йәнен йортонда тота, теге донъяға китергә мөмкинлек бирмәй”,-тип һөйләне.

Был әкиәткә ышанмай, “былар барыһы ла аҡылдан яҙып бөткән” тип уйлап, шунда уҡ ҡайтып китергә булдым. Әйберҙәремде алыр өсөн теге йортҡа ҡайттым. Ә йорттағы бар көҙгөләр ярылған, хужабикә сүкеш тотоп алған да кемделер баҫтыра. “Тиҙерәк сығып кит! Ул һинең тәнеңә күсеп ултырырға маташа, артабан йәшәү өсөн һине һайлаған!”

Миңә тағы бер тапҡыр ҡабатларға кәрәкмәй ине. Йүгереп сығып, мине көтөп торған таксиға ултырҙым. Һуңғы тапҡыр йортҡа күҙ һалдым.

Балҡыған тәҙрә өлгөһөндә тағы ла шул ирҙең йөҙө күренеп ҡалды.

Ошонан һуң ҡайҙа ғына командировкаға барһам да, иң алда ҡунаҡхана тураһында һөйләштем.

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: