Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
15 Апрель 2022, 19:45

Бирән ҡорһаҡ

Шул төн тәнем ҡалтыранғанға уянып киттем. Әллә нимә эшләйем – аңлай алмайым. Ҡысҡырғы килә – тауыш юҡ, тын алып булмай. Шул саҡ тәнемдән ниҙер айырыла башланы. Ул эс тирәһенән алҡымыма табан китте...

Бирән ҡорһаҡ
Бирән ҡорһаҡ

Бирән ҡорһаҡ

Ҡапыл ябығып, матурайып киткән был апайға һоҡланып ҡараным. Шундай үҙгәреп, икенсе кеше булып китте ул. Беҙ – ҡатын-ҡыҙ халҡы һәр саҡ һомғоллоҡ, гүзәллек тураһында хыялланбыҙ бит инде. Түҙмәй унан бының серен уртаҡлашыуын һораным. Уның һөйләгәндәрен ишетеп, иҫем китте. Һеҙ ҙә тыңлағыҙ:

- Был хәл үҙем менән булмаһа, бер ҡасан да ышанмаҫ инем. Барыһы ла минең ҡапыл һимереүемдән башланды. Ҡапыл да түгел инде. Үҙ-үҙемде тыя алмай ашай ҙа ашайым. Туйғанымды беләм, әммә тыйыла алмайым. Иртәнсәк ашап өлгөрөп булмаһа ла, төшкөһөн һәм кис рәхәтләнәм генә. Бер нисә тәрилкә аш, унан китә печенье-булочкалар. Ятыр алдынан тағы ашайым. Төнөн уянып китһәм, мотлаҡ кухнянан барып берәй нәмә алып һоғонам. Ашты кәстрүлдән половник менән һемереп булһа ла китәм. Бер ай тигәндә кейемдәремә һыймай инем. Иптәшем ҡырын-мырын ҡарай башлағас, ашауҙы әҙерәк туҡтаттым. Тик ҡайҙа ул?! Төнөн төшөмдә өҫтәл артында рәхәтләнеп ашап ултырам икән тип күрәм. Тирләп-бешеп уянып китәм дә кухняға ашарға йүгерәм. Ирем бер көн: “Бәлки, әҙерәк тамағыңды тыйырһың. Һимереүҙән күҙең йомола башланы бит”,-тип ерәнгән кеүек әйтеп ҡуйғас ныҡ ҡына уйландым.

Диеталар тотоп ҡарарға маташам, булмай. Уйламағанда ҡулыма дини китап килеп эләкте. Ашауҙа сама белеү кәрәклеге тураһында уҡый башланым. Унан ашап-эскәндә мотлаҡ “бисмиллә” әйтергә кәрәклеген аңланым. Әкренләп шул китапҡа ғашиҡ булдым. Ислам тәғлимәттәре ябай һәм аңлайышлы итеп бирелгән. Аҙнаның бер көнөн ураҙа тотоу кәрәклеге йәлеп итте. Тейешле доғаларҙы уҡып, кесе йома ураҙа тоттом. Бик ауыр булды. Миңә – мәскәйгә әүерелгән кешегә, был ҡаты һынау ине. Илай-илай түҙҙем. Шул төн тәнем ҡалтыранғанға уянып киттем. Әллә нимә эшләйем – аңлай алмайым. Ҡысҡырғы килә – тауыш юҡ, тын алып булмай. Шул саҡ тәнемдән ниҙер айырыла башланы. Ул эс тирәһенән алҡымыма табан китте. Ауыҙымдан оҙон, ҡап-ҡара йыланға оҡшаған нәмә һуҙылып сыға башланы. Ҡотом осто, күҙҙән йәштәр тәгәрәй. Ниһайәт, ул нәмә сығып бөттө лә түбәгә барып һырылды. Ҡарап ятам, аҡайған күҙҙәре менән миңә уҫал итеп текләй. Аңымды юғалтҡан кеүек булдым. Уянып киткәндә, таң атҡан ине. Тәнемдә еңеллек, рәхәтлек. Торһам – бирән ҡорһағым юҡҡа сыҡҡан. Аптырап, ҡапшап-ҡапшап ҡарайым – юҡ. Илай-илай Хоҙай Тәғәләгә рәхмәттәремде уҡыным.

Хәҙер үҙем менән булған хәлде уйлайым да, аптырайым. Әйткәндәй, туҡтауһыҙ ашау теләге бөтөнләй юҡ. Элеккегә ҡарағанда нығыраҡ ябыҡтым. Күрәһең, оҙайлы йылдар “бисмиллаһыҙ” ашау эсемдә ниндәйҙер иблес затынан булған нәмәне барлыҡҡа килтергәндер. Шул туймаҫтай булып минән ашарға таптырғандыр. Әхирәттәрем: “Ниндәй диета менән ябыҡтың ул?”,-тип һораһалар, “Бисмиллә” әйтеп ашарға кәрәк”,- тейем. Тик улар миңә ышанмай.

Шулай, хикмәте күп был донъяның. Уларҙан һаҡланыу өсөн Аллаһы Тәғәләгә һыйынырға кәрәк.

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

Һүрәт интернет селтәренән (Магазин со змеями) алынды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: