

Әле совет заманында ауылда йәшәгән өләсәйемә ҡунаҡҡа киттем. Йәй. Кискеһен клуб, таңға тиклем бейеүҙәр. Өләсәйемдең күршеһенә бер егет тә ҡунаҡҡа килгән ине. Беҙҙең менән бер ҡайҙа бармай, көнө буйы эш менән булыша. Бер кис уның эскәмйәлә ултырғанын күреп эргәһенә барып ултырҙым. Һөйләшеп киттек.
Нисектер һүҙ Хоҙай, теге донъяға барып тоташты. “Аллаһы Тәғәлә бар ул, ул миңә теге донъяны ла күрһәтте”,-тимәһенме.
Мин: “Кешеләрҙе утлы табала ҡыҙҙыралар инеме?”,- көлә башланым.
Беҙ – совет балалары, материализм рухында тәрбиәләнгәнбеҙ бит. Егет миңә үҙенең тормошон һөйләп бирҙе. Атаһы ла, әсәһе лә ныҡ эскән. Был егет тә бала саҡтан уҡ хәмерҙең тәмен белгән. Араҡы табыр өсөн урлашҡан да, һуғышҡан да, кемделер туҡмаған да. Бер көн шундай эскелектән һуң ниндәйҙер ҡараңғылыҡта уянып киткән. Үҙенең һауала эленеп торғанын күргән. Унан күҙ алдынан ошо көнгә тиклем эшләгән бар боҙоҡлоҡтары үтә башлаған.
“Юҡ, мине бер кем дә утлы табала ҡыҙҙырманы. Әммә мин шул тиклем йәнемдең һыҙлауын тойҙом. Был йөрәк күтәрә алмаҫлыҡ ҡурҡыныс, ҡот осҡос ауыртыу ине. Унан: “Әгәр тормошоңдо үҙгәртмәһәң, был һине көтәсәк һыҙланыуҙарҙың бер кескәй өлөшө генә. Тәүбәгә кил!”-тигән көслө тауыш ишетелде. Мин аңыма килеп, кисергән һыҙланыуҙарҙан йөрәгемде тотоп йығылдым”,-тип һөйләне егет.
Ошонан һуң ул совет заманында дингә килә. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, уның имам-хатип булып киткәнен, хаж ҡылғанын ишеттем.
И. Үлйәбаев.