

Әхирәтемдең яратҡан көҙгөһө бар ине. Үҙе әйтеүенсә 20 йыл элек үк атаһы алып биргән. Ул көҙгөнө ҡәҙерләп кенә алып йөрөнө. Тик бер нисә йыл элек атаһы мәрхүм булғас баяғы көҙгө үҙенән-үҙенән уртаһынан ярылған. Әхирәтемә: “Төшөрөп, үҙең ярғанһыңдыр”,-тейем. “Юҡ, атайым уйламағанда вафат булғас көҙгөгә ҡарау ҡайғыһы китте. Ҡайғынан башымды ла күтәрә алманым. Атайҙың ҡырҡы етеп килгәндә лә көҙгө теүәл ине. Ҡырҡын уҡытып, икенсе көндө әсәйем менән минең бүлмәлә ултыра инек. Ҡапыл ниҙер сырт итеп ҡалды. Биҙәнгестәрем ятҡан өҫтәлемә ҡараһам, көҙгө уртаһынан ярылған”,-тип һөйләне әхирәтем.
Уның менән генә сәйерлектәр бөтмәй әле. Әхирәтемдең атаһы үлгән көндө өйҙә нисәмә йыл эшләп торған механик сәғәт үҙенән-үҙе туҡтай. Атаһының етеһен уҡытҡан көндө уның һунар эте лә үлә. Ҡырҡын уҡытҡанда бесәйҙәре аят ваҡытында ҡурҡыныс итеп мыяулай башлай. Уны тышҡа сығарып ебәрәләр. Ошонан һуң бесәйҙе бер кем дә күрмәй.
Күрәһең, беҙ белмәгән донъя менән ниндәйҙер сәйер бәйләнеш барҙыр инде.
Лена.