Серле донъя
25 Марта 2022, 12:00

Ҡыуҙыртып сығарттым

Был ирле-ҡатынлы шул тиклем алама холоҡло, улар өсөн барыһы ла насар, тик улар ғына дөрөҫ йәшәй, көн-төн кеше яманлап ултырырға әҙерҙәр. Етмәһә икеһе лә өйҙө күтәрә алырлыҡ итеп хырылдап йоҡлай. Шул тиклем ауыр ине былар менән бер ҡыйыҡ аҫтында булыуы!

Ҡыуҙыртып сығарттымҠыуҙыртып сығарттым
Ҡыуҙыртып сығарттым

Уйламағанда алыҫтағы, мин бала саҡтан яратмаған туғандарым килеп төштө. Был ирле-ҡатынлы шул тиклем алама холоҡло, улар өсөн барыһы ла насар, тик улар ғына дөрөҫ йәшәй, көн-төн кеше яманлап ултырырға әҙерҙәр. Етмәһә икеһе лә өйҙө күтәрә алырлыҡ итеп хырылдап йоҡлай. Шул тиклем ауыр ине былар менән бер ҡыйыҡ аҫтында булыуы! Бер төн хырылдаған тауышҡа түҙмәй: “Өй эйәһе, мине ишетһәң, ҡыуып ҡайтарсы әле был икәүҙе”,-тинем.

Икенсе көндө эштән ҡайтһам, ирле-ҡатынлы миңә зарланып ултыра. “Һин барыһын да боҙоп киткәнһең: телевизор тоҡанмай, душтан берсә ҡайнар, берсә боҙло һыу ҡойола, һыуытҡысты асып булмай ҙа ҡуя”. Ышанмай барып ҡараһам – ьарыһы ла эшләй. Төнөн быларҙың хырылдағаны ишетелмәне. Иртәнсәк ағай тейешле кеше: “Ҡайтабыҙ беҙ. Өйөң әллә ниндәй. Карауат йомшаҡ, ә өҫтөнә ятһаң быяла онтағында ятҡан кеүек”,-тип ҡабаланып сығып киттеләр. Һәр саҡ маҡтанып, үҙен әллә кемгә ҡуйған әхирәтеимде лә өй эйәһе миңә йөрөмәҫлек итте. Ул миңә килгән һайын уйламаған ергә төкөй – ҡолай башланы. Һуңынан миңә шылтыратып: “Килһәң үҙең кил. Инең өйөңдә мине һәр саҡ кемдер эткән – һуҡҡан кеүек”, -тине. Шулай итеп, бар йәнемде көйҙөргән кешеләрҙән ҡотҡарҙы мине Эйәм.

Ғ.

Ҡыуҙыртып сығарттым
Ҡыуҙыртып сығарттым
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас