Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
22 Марта 2022, 14:10

Быҙау килтерҙе был төн

Бер заман төш күрәм – аҡ кейемле, ап-аҡ һаҡаллы, таяҡҡа таянған бер бабай яныма килде лә: Тулыраҡ:

Ысынлап та кеше аҡылы аңлап етмәгән хәл-ваҡиғалар булып тора. Мин үҙем фәрештәләрҙең дә, ендәрҙең дә барлығына ышанам. Үҙем менән булып үткән ваҡиға шулай әйтергә ҡуша. Бәлки, кемдер аңлатма бирер. Шуларҙың береһе хаҡында һөйләп үтергә теләйем.

Башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған ғәҙәти ҡатынмын. Ирем менән күп кенә мал аҫырайбыҙ. Былтыр декабрҙең сатнама һыуыҡ бер көнөндә күрше ауылдан быуаҙ һыйыр һатып алған инек. Уны кәртәгә урынлаштырҙыҡ. Аҫты йылы булһын тип ирем күп итеп һалам түшәне. Һыйырҙың быҙаулай торған ваҡыты еткәс, сығып ҡарап та инә инек. Бер кис, сәғәт 9-ҙарҙа ирем сығып ҡараны ла: “Бөгөн булмаҫ, иртәгә көндөҙ, йә кис быҙаулар ул”, - тигәс, тынысланып йоҡларға яттыҡ.

Бер заман төш күрәм – аҡ кейемле, ап-аҡ һаҡаллы, таяҡҡа таянған бер бабай яныма килде лә: ”Бар быҙауыңды туңдырма, сыҡ”, - тине лә миңә шундай ҡаты итеп һуҡты. Ауыртыуҙан уянып киттем. Төнгө сәғәт 2 тирәһе ине. Ирем ғырылдап тороп йоҡлай. Уятып ҡараһам да уянманы. Шунан төштә нимә генә булмаҫ, тинем дә, башым аша юрғанды ябынып, кире йоҡларға маташтым. Бер ваҡыт кемдер тәҙрәгә шаҡыған кеүек булды. Минең күңелгә шом йүгерҙе. Тағы ла туҡылдаттылар. Һикереп торҙом да, эске күлдәксән генә тәҙрә янына килдем. Тышта бер кем дә юҡ. Утты ҡабыҙып, иремде тағы уятырға тотондом. Ул бик теләмәй генә күҙҙәрен асты ла, уятҡаныма асыуы килеп, миңә ҡысҡыра башланы. Шулай ҙа кейенеп сығып китте. Бер аҙҙан һуң ул яңы ғына тыуған быҙау күтәреп килеп инде.

Иртәгеһенә иртәнсәк торғас ҡараһам, теге аҡ һаҡаллы бабай һуҡҡан ерем ҡара янып сыҡҡан ине. Хәҙер уйлайым ул төштәге бабай кем булды икән? Йорт эйәһеме, әллә фәрештәме?

Сәлимә.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас