Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
20 Марта 2022, 16:00

Башҡа күрешеп булмаҫ...

Ковид йоҡтороуыма мин ышанманым. Ышанһам да, балаларҙы ҡалдырырға кеше юҡ. Ике көндән ҡәйнәм беҙгә килеп етте. Мине госпиталгә һалдылар. Ысынлап та коронавирус булып сыҡты. Хәлһеҙләнеп, аңымды юғалтып йығылыр сиктә инем госпиталгә килгәндә. Ҡәйнәм көн һайын миңә һурпа бешереп ташыны. Балаларымды ҡараны. Мин һауыҡҡас ҡына ҡайтып китте.

Башҡа күрешеп булмаҫ...Башҡа күрешеп булмаҫ...
Башҡа күрешеп булмаҫ...

Беренсе ирем менән айырылышһаҡ та, ҡәйнәм менән яҡын кешеләр булып ҡалдыҡ. Ул ейәндәрен күреү өсөн әллә ҡайҙан килеп етер ине. Ә ирем беҙҙең менән ул тиклем аралашырға теләмәне, яңынан өйләнде. Бер мәл мин ныҡ итеп йүткерә башланым. Антибиотиктар алып, дарыуҙар эсһәм, әҙерәк баҫылып тора ла, тағы нығыраҡ башлана. Бер көн ҡәйнәм шылтыратты. Мин сәсәп йүткерә башланым. Ул: “Һинең бит коронавирус! Ашығыс рәүештә дауаланырға кәрәк”,-тине.

Ковид йоҡтороуыма мин ышанманым. Ышанһам да, балаларҙы ҡалдырырға кеше юҡ. Ике көндән ҡәйнәм беҙгә килеп етте. Мине госпиталгә һалдылар. Ысынлап та коронавирус булып сыҡты. Хәлһеҙләнеп, аңымды юғалтып йығылыр сиктә инем госпиталгә килгәндә. Ҡәйнәм көн һайын миңә һурпа бешереп ташыны. Балаларымды ҡараны. Мин һауыҡҡас ҡына ҡайтып китте.

Автобусҡа ултырыр алдынан ҡосаҡлап: “Бәхетле йәшәгеҙ инде, башҡа күрешеп булмаҫ”,-тине. Мин уның һүҙҙәренә артыҡ иғтибар бирмәнем. Ә өс көндән уның ҡапыл йөрәге тотоп, “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе үлгәне билдәле булды. Мин ерләргә барып еттем. Һап-һау йөрөгән кешенең кинәт үлеүенә барыһы ла аптырай ине. Ҡайтҡас үҙемдең йортомда етеһен уҡыттым. Төнөн төш күрәм, йәнәһе. Ҡәйнәм ап-аҡтан кейенеп сәскәле болонда йөрөй. Унан миңә әйләнеп ҡараны ла: “Һинең балаларың бар, һиңә йәшәргә кәрәк. Шуға күрә йә һин, йә мин тигәстәр, мин бында күсергә булдым. Минең өсөн борсолма ла, илама ла, бында бик яҡшы, күңелем тыныслыҡ тапты”,-тине.

Уянып бер килке аптырап яттым. Нимә булды был? Мин үлергә тейеш булғанмын да, минең урыныма ул мәңгелек донъяға күскәнме?

Р.

Башҡа күрешеп булмаҫ...
Башҡа күрешеп булмаҫ...
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас