Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
17 Марта 2022, 14:05

Үлем тураһында шаяртҡайныҡ

“Һин барыбер минән алда үләсәкһең бит инде. Теге донъя ысынлап та булһа, миңә берәй сигнал бирерһең, йәме”,-тиеүемә, олатайым: “Ярай, мин һиңә, шофер булараҡ, фарҙарҙы яҡтыртып, һүндерермен”,-тип йылмайҙы.

Үлем тураһында шаяртҡайныҡҮлем тураһында шаяртҡайныҡ
Үлем тураһында шаяртҡайныҡ

 

Биш йыл элек олатайым менән шаярып үлем тураһында һөйләшеп киттек. “Һин барыбер минән алда үләсәкһең бит инде. Теге донъя ысынлап та булһа, миңә берәй сигнал бирерһең, йәме”,-тиеүемә, олатайым: “Ярай, мин һиңә, шофер булараҡ, фарҙарҙы яҡтыртып, һүндерермен”,-тип йылмайҙы.

Өс йыл элек олатай ҡапыл ауырып китте. Бер төн йоҡламай компьютерҙа ултыра инем, ут өс мәртәбә һүнеп янды. Иртәнсәк олатайымдың төндә дауаханала мәрхүм булғанын белдек. Олатайымдың ҡырҡын уҡытҡанда электр уты 10 секундтай һүнеп алды. Шул ваҡытта бүлмәнән ниндәйҙер аҡ шәүлә йыл итеп осоп үтеп киткәнен аяттағы бар кешеләр күрҙел. Бына шулай, олатай һүҙендә торҙо – миңә теге донъянан сигнал бирҙе.

Р.

Үлем тураһында шаяртҡайныҡ
Үлем тураһында шаяртҡайныҡ
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас