Серле донъя
16 Марта 2022, 16:05

Сихырын яңыртып торған...

Яратҡан кешеһен ташлап минең танышым артынан быҙау кеүек эйәреп йөрөй башланы. Нимә ҡушһа ла эшләй. Дуҫ егеттәренә: “Күңелем тармай бит уға, ә барғым килеп тик тора”,-тип һөйләгән...

Сихырын яңыртып торған...Сихырын яңыртып торған...
Сихырын яңыртып торған...

Минең бер таныш бер егетте сихыр ярҙамында ҡаратып алыуын маҡтанып һөйләгәненә иҫем киткәйне. Ышанмағайным. Ысын булып сыҡты. Ул егеттең йөрөгән ҡыҙы бар ине. Яратҡан кешеһен ташлап минең танышым артынан быҙау кеүек эйәреп йөрөй башланы. Нимә ҡушһа ла эшләй. Дуҫ егеттәренә: “Күңелем тармай бит уға, ә барғым килеп тик тора”,-тип һөйләгән.

Сихырҙың көсө үтәлер, күрәһең. Теге егет әҙерәк һыуына башлаһа, ҡыҙ сихырҙы тағы яңыртҡан. Үҙе менән нимә булғанын аңламаған егетте йыш ҡына иҫерек күрә башланыҡ. Күрәһең, түҙмәгәндер. Кем кәңәш иткәндер: егет мәсеткә йөрөй башланы. Ошонан һуң ул теге ҡыҙҙан бөтөнләй баш тартты. Дуҫтарына: “Әйтерһең, күҙем асылып ҡалды. Нисек мин уға ҡарай алдым икән?”-тип аптырап һөйләгән.

Шул ваҡыттан таныштың тормошо пыран-заран килде. Яңы эш башлайым тип алданып ҡалды. Уның ҡарауы шуның өсөн алған ҙур кредитын түләргә мәжбүр ине. Бер кешегә кейәүгә сығырға йыйына ине, уныһы туй алдынан ташлап китте. Шулай ҙа  була шул.

Р.

Сихырын яңыртып торған...
Сихырын яңыртып торған...
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас