Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
12 Марта 2022, 08:40

Ҡатыным минең ― өрәк

Шул уҡ төндә ҡатыны өрәк булып килә.  ― Һүҙеңдә торманың! Бөгөн никахлаштың. Уға "яратам" тип әйттең. Балдаҡты ла миңә һатып алған магазиндан алдың! ― тип көн буйы булған хәл-ваҡиғаларҙы һанап бирҙе.  Был хәл көн дә ҡабатлана башлай. Был өрәк...

Ҡатыным минең ― өрәкҠатыным минең ― өрәк
Ҡатыным минең ― өрәк

Йәш ҡатын ҡапыл ғына ауырып китә. Бына ул үлем түшәгендә ята. Тик уны сир түгел, үҙе үлгәндән һуң иренең башҡа берәүгә өйләнеүе борсой.

― Мин һине шул тиклем ныҡ яратам. Һине ташлап китеүе белһәң ине нисек ауыр икәнен. Үлгәндән һуң да мине башҡа берәү менән алмаштырма инде йәнем, ― тип күҙҙәрен тултырып ул иренә ҡарай.

― Юҡ, миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй. Ташлама мине, ― тип ире күҙ йәштәренә быуыла. 

― Һүҙеңде боҙма! Әгәр икенсе ҡатын алһаң, мин өрәккә әйләнеп һиңә ҡабат ҡайтасаҡмын, ― ти ҙә күҙҙәрен мәңгелеккә йома. 

Һөйөклө ҡатынын юғалтҡандан һуң оҙаҡ ҡайғыра йәш ир. Шулай ҙа ваҡыт дауа, тиҙәр. Тиҙҙән ул ҡабаттан ғашиҡ була. Оҙаҡ ҡына осрашҡандан һуң өйләнешергә булалар. 

Бына никахлашып та ҡуйҙылар. Шул уҡ төндә ҡатыны өрәк булып килә. 

― Һүҙеңдә торманың! Бөгөн никахлаштың. Уға "яратам" тип әйттең. Балдаҡты ла миңә һатып алған магазиндан алдың! ― тип көн буйы булған хәл-ваҡиғаларҙы һанап бирҙе. 

Был хәл көн дә ҡабатлана башлай. Был өрәк көндөҙ һөйләшкәненә тиклем һүҙмә-һүҙ ҡабатлай. Биргән бүләктәре тураһында әйтеп тораһы юҡ! 

 Йоҡонан яҙа был ир. Көнө төн менән бутала башлай. Кемдер уға аҡыл эйәһенә (күрәҙәсе) барырға кәңәш итә. Тормоштан ваз кисә башлаған ир аҡыл эйәһенә ярҙам һорап килә. 

― Тимәк һинең ҡатының ― өрәк инде? Ул һинең һәр хәрәкәтеңде белеп тора тиһең инде. Нимә кейәһең, нисек ҡыланаһың, һөйөклөңә нимә бүләк иткәнеңә тиклем белеп тора, тиһең инде. Бик аҡыллы өрәк икән! Ғорурланыр кәрәк! ― тип аҡыл эйәһе йылмайып ҡуя. 

Унан өҫтәп: 

― Икенсе тапҡыр килгәнендә килешеү төҙө. Шулай белдекле булғас, унан бер нәмәне лә йәшереп булмағас, был һорауға ла яуап бирер. Әгәр яуап бирә алһа, кәләшеңде ташларһың. 

― Ниндәй һорау? 

― Ҡулыңа бер ус борсаҡ ал да усыңда нисә борсаҡ бар икәнен һора. Яуап бирә алмаһа, тимәк ул өрәк түгел. Ул һинең фантазияңдың емеше булып сыға. Башҡаса ул һине борсомаҫ, ― ти күрәҙәсе.

Бына өйөнә ҡайтып инеүе була, ҡатынының йәне килеп күренә. Тол ир:

― Һинең белмәгәнең юҡ шикелле, ― тип ярамһаҡлана. 

― Беләм шул! Һин бөгөн күрәҙәсегә барҙың.  

― Белгәсең әйт әле, минең усымда нисә борсаҡ бар! ― ти тол ир. 

Әммә был һорауға яуап биреүсеһе генә булмай сыға. Өрәк юҡҡа сыға. 

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас