Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
7 Марта 2022, 16:00

Кешегә таш ташлама!

Туғандарыбыҙ менән беҙҙең араны һыуындырып, әмәлләп ыҙалатты. Күрше ҡатын менән икәүләшеп, кешеләрҙе һуғыштырып, хәмер эсереп, совет заманында сихыр менән булышып ҡоторҙолар...

Кешегә таш ташлама!Кешегә таш ташлама!
Кешегә таш ташлама!

Сихыр бармы икән әллә?” тигәнгә яуабым бар. Беҙ ғаиләлә әсәйҙән 5 бала тороп ҡалдыҡ. Үгәй әсә ҡулында илап йәшәнек. Әсәйең үгәй булһа, атайың – еҙнә. Туғандарыбыҙ менән беҙҙең араны һыуындырып, әмәлләп ыҙалатты. Күрше ҡатын менән икәүләшеп, кешеләрҙе һуғыштырып, хәмер эсереп, совет заманында сихыр менән булышып ҡоторҙолар. Күптәрҙе бушҡа рәнйеттеләр. Беҙ асығып та, һыуһап та интектек. Йылдар үтә торҙо, атай мәрхүм инде. Ә үгәй әсә атай арҡаһында фатирлы булып йәшәй. Ҡартая төшкән, ауырып китһә лә бирешмәй, килеп йөрөгөҙ тип инәлә. Әхирәте күптән түгел бабайы менән ҡалаға күсеп килде. Уныһы ла ҡартайған, бик ауырый һаташа, илай. Күрәһең рәнйеш үҙҙәренә ҡайталыр. Хәҙер инде әхирәте үгәй әсәгә килеп янъял ҡуптара. “Һин сихыр, әмәл менән булышырға мине ҡоторттоң! Һин - үл, мин үлмәйем!”- тип һуғышып та китәләр. Әхирәте хәҙер терһәген тешләрҙәй була ла бит, тик һуң шул.

Кешегә таш ташлама, үҙеңә тейер, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.

Динә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас