

Мин хәҙер 60 йәште үткәнмен. Беҙ – мосолман, башҡорт халҡыбыҙ, шуға күрә лә, ҡайҙа йәшәйбеҙ, ошо торған өйҙә аят уҡытып торорға тейешбеҙ. Һәр кесе йома хәйер бирергә хаҡлыбыҙ. Өйөндә йәшәргә ҡурҡан, төрлө шәүлә күргән кешеләр тураһында йыш уҡыйым. Шуны асыҡлар кәрәк - уларҙың нигеҙендә элек кем йәшәгән: урыҫмы – башҡортмо? Әгәр ул хәйер бирмәһә, өйгә аҙан ҡысҡыртмаһа, ен эйәләшә. Рухтары, мәрхүме килеп хәйер һорай, бирмәй икән – асыулана.
Бынан 30 йыл элек таныштарым фатирҙан айырым йортҡа күстеләр. Ә ошо өйҙә урыҫтар йәшәгән. Таныштарым “һаташабыҙ, ауырыйбыҙ” тиҙәр. Кемдеңдер кәңәшен тотоп аҙан ҡысҡырталар. Өйҙә тыныс булып ҡала. Тағы ла хужабикәне ниҙер быуа һымаҡ, һаташа. Ныҡ ауырыны хужабикә. Ире дингә ышанмай. Аптырап мулланы саҡыралар. Ул ағай бар ғаиләне өшкөрә, “аят уҡытығыҙ”, ти. Хужабикә дингә бирелде. Ошонан һуң йүнәлә лә башланы. Мулла ағай ошо нигеҙҙә урыҫ йәшәгән, уның тәреһе быларға йәшәргә толҡа бирмәүен әйтә. Ошо хаҡта яҙып, шуны әйтәһем килә: кемдең өйөн һатып алаһың, хужаһына ла, үҙеңдең мәрхүмдәргә лә аят уҡытып, хәйер бир, “Ҡабат төшөмә инмә”,-тип әрләп ебәр.
Был донъя фани ғына. Беҙ баҡыйлыҡҡа күскәс балаларыбыҙ аят уҡытырға онотмаһын ине. Сөнки үҙемдең иптәшем дә иртә генә мәрхүм булды. Миңә бик ауыр ине. Ҡайғымды балам менән баҫтым, уны баҡтым. Хоҙай Тәғәлә бүтән ҡайғылар бирмәһен инде.
Яңы өйгә йә фатирға күскәндә: “Өйҙөң эйәһе, әйҙә, беҙҙең менән!” тип әйтергә кәрәк. “Тыныс урын табып йәшә”, “Өй эйәһе, риза бул!” тип тә әйтергә тейешбеҙ. Һәм шулай уҡ аят уҡытырға тейешбеҙ. Башҡорт, татар өйөндә лә Ҡөрьән эленеп торорға, Ҡөрьәнде уҡырға бурыслыбыҙ. Күскән ваҡытта ла икмәк-тоҙ ултыртырға, хәйерле булһын торған урыным, Хоҙай риза бул, тип һорарға тейешбеҙ.
Әсмә апайығыҙ.