

Бер мәл әсәй ныҡ итеп ауырып китте. Ялға өйгә ҡайтарҙылар ҙа, ике көндән операция буласағын әйттеләр. Тик операцияның уңышлы буласағы икеле ине. Моңһоу ғына өйҙә ултырабыҙ. Шул саҡ яныбыҙҙа ятҡан бер уйынсыҡ үҙенән-үҙе ҡалтырай, һелкенә башланы һәм өйҙә ауыр хлорка, дарыу еҫе таралды. Өйҙәге тағы бер бесәй ҡурҡыныс тауыш менән шунда уҡ сығып ҡасты. Ә Васька баяғы “терелгән” уйынсыҡ менән һуғыша башланы. Мин ҡапыл айнып китеп, уйынсыҡты алып урамға сығарып быраҡтырҙым. Уның артынан Васька ла ырғыны. Иртәнсәк уйынсыҡ юҡҡа сыҡҡан ине. Ошо урындан бесәйҙең урман яғына киткән эҙҙәре генә ятып ҡалған ине. Тик улар, Васька өҫтөнә ниҙер йөкмәп алып барған кеүек, бик тәрән эҙҙәр ине. Шунан һуң бесәйебеҙ башҡаса ҡайтманы. Ә әсәйебеҙ йүнәлде. Ул күрәҙәсе сиған әбейгә лә барып ҡайтты. Ул: “Һинең көнөң бөткән бит. Йәш саҡта һалынған сихыр йәнеңде алырға тейеш булған. Әммә бесәйең сихырҙы ла, әжәлде лә үҙенә алған”,-тип әйткән.
Васьканың үлемесле алышы әле лә күҙ алдымда. Ә кешеләрҙең сихыр менән булышыуы бик ҡурҡыныс хәл.