Серле донъя
1 Марта 2022, 13:55

Шомло тауыш

Ҡапыл һыу ярға ҡаға башланы. Геүелдәгән шомло тауыш ишетелә.

Шомло тауышШомло тауыш
Шомло тауыш

Мин Баймаҡ интернат-мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, атайым ГПТУ-ға уҡырға бирҙе. Тегенсе һөнәрен үҙләштерергә булдым. Уҡыу башланды. Чапаев урамында бер бүлмәлә 4 ҡыҙ йәшәнек. Кис. Эңер. Киңлекте яратҡан ауыл ҡыҙы булараҡ, тынсыу бүлмәлә ултырып түҙмәнем, сығып киттем. Юл аша Таналыҡ ярына ташҡа барып ултырҙым. Уйҙарыма сумып инеп киткәнмен. Ҡапыл һыу ярға ҡаға башланы. Геүелдәгән шомло тауыш ишетелә. Бар тәнде ниндәйҙер аңлайышһыҙ көс баҫып алды һәм ебәрмәй тотто. Ныҡ ҡурҡтым. Уҡыйым тиһәм, бер доға белмәйем. “Бисмилла” тип ҡабатлай-ҡабатлай ятаҡҡа йүгереп ҡайттым. Уҡып һөнәр алғас, тегенсе һөнәре бик кәрәк булды. Баймаҡта иптәшем менән донъя ҡорҙоҡ. Йылдар үтте. Донъялар үҙгәрҙе. Әле мин ултырған Таналыҡ ярына 22 йыл үткәс һуғыштан ҡайтмаған олатайҙарға һәйкәл ҡуйҙылар. Завод аша үткәндә һәйкәл торған урында аят уҡыйбыҙ. Хәтерегеҙҙәме, 2010 йылда һәйкәлдең эргәһенә Яңы йыл ҡаршыларға шыршы ҡуйҙылар. 30 декабрҙә үтеп барғанда шыршының ҡолағанын күрҙем. Күрәһең, һуғышта ятып ҡалған олатайҙар: “Беҙҙе был тирәлә “шайтан һыуы” менән иҫләмәгеҙ, уйын ойоштормағыҙ”,-тигәндер.

Эйе, һуғышта ятып ҡалған, имен ҡайтҡан, тылда хеҙмәт иткән атай-олатайҙарҙарҙы, инәйҙәрҙе онотмайыҡ. Киләсәк быуын аят уҡытыу мөһимлеген белһен ине.

Ғәҙилә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас