Серле донъя
25 Февраля 2022, 13:00

Ни өсөн ҡасалар?

Һиңә кәрт һалырға ярамай!

Ни өсөн ҡасалар?Ни өсөн ҡасалар?
Ни өсөн ҡасалар?

Магазинда сиратта, йәки автобуста кемдер яныма килеп ултыра тип борсолорға түгел миңә. Үҙемде белгәндән алып кешеләр минән ситтәрәк булырға тырыша. Ниңә улай икәнен аңлай алмайым. Беҙҙең эшкә бер ҡатын килеп китә. Ул кәрт һала. Ҡыҙҙар вис дөрөҫ әйтә ти. Мин дә уның янына индем. Беренсе мәртәбә “кәрттәр арыны” тип сығып китте. Икенсе мәртәбә “Башым ауырта башланы” тине. Өсөнсө мәртәбә тегегә берернсе булып ингәйнем: “Мин һиңә кәрт һалмайым. Һала алмайым. Һиңә кәрт һалырға ярамай”,-тине.

Һуңынан ул беҙгә килмәй башланы. Ҡыҙҙарға мин булмағанда ғына киләсәген белдергән. Нимә булды инде был? Ни өсөн кешеләр минән ҡасан? Был ҡатын да миңә кәрт һалырға теләмәй. Төҫкә һылыу булһам да, егеттәр менән дә оҙаҡ осраша алмайым. Иң күбе һуҙылған мөнәсәбәт ике ай ғына булды. Егеттәр бер ни аңлатмай араны үҙҙәре өҙә. Нимә менән этәрәм икән?

Лида.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас