+28 °С
Облачно


Иҫләйем, беҙ бәләкәй саҡта атай-әсәйҙәр аптырап, бер кешенең “Продается машина с домовым” тип иғлан биреүен һөйләшәләр ине. Ул хәл Сибайҙа булды. Машинаның ысынлап та эйәһе булыуын, ул төнөн дә тороп кешене торғоҙоп “Пошли кататься” тип алып сығып китеп ыҙалатыуын шау-шыу тыуҙырғайны. Тәүҙә был ир бер кемгә өндәшмәй машинаһын һатып ебәрә арзан итеп. Тик һатып алған кеше икенсе көнөнә үк кире алып килеп бирә машинаһын “Что за чертовщина там у тебя творится?! Верни деньги!”-тип.
Унан был ир машинаның эйәһе булыуын иғландарҙа йәшермәй күрһәтә башлаған. Нимә менән барәп бөткәндер был хәл, иҫләмәйем. Әммә совет заманында был ваҡиға оҙаҡ йылдар телдән-телгә йөрөнө.
М.