+18 °С
Дождь


Дуҫ ғаиләнең 7 йәшлек улы бар. Яңыраҡ уларҙың ғаиләһенә ҡайғы килде – малайҙың ҡартатаһы вафат булып ҡалды. Бер нисә көнгә өйҙә тынлыҡ урынлашты. Унан малай: “Ә үлеүе ҡыйынмы, ауыртамы?”-тип һорай башлаған. Ата-әсә бер ни ҙә аңлата алмай, ә улдары көн һайын ныҡыша. Бер көн ашап ултырғанда малай: “Үлеүе ҡайһы саҡта бик ауырта һәм ҡыйын. Уның ҡарауы һуңынан тыныс һәм яҡшы булып ҡала. Тик быға лайыҡ булырға кәрәк”,-тип әйтмәһенме. Ата-әсә аптырап: “Улым, был хаҡта һиңә кем һөйләне?”-тип һорай. Малай: “Ҡаратай, әлбиттә”,-ти. Ата-әсә хәҙер нимә тип уйларға ла белмәй. Уның ҡарауы малай тынысланып ҡалды. Башҡа үлем тураһында бер ни ҙә һорамай.
Д.