Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
8 Февраля 2022, 16:00

Булмаған карауат шығырҙаны

Һеңлем бүлмәлә ҡыбырларға ла ҡурҡып, илап ята ине...

Ҡәйнәм менән талаштыҡ. Мин өс айлыҡ сабый менән буш торған фатирҙарында йәшәп торам тигәндә бер һүҙ әйтмәне. Ирем себерҙә. Ҡәйнәмдәр менән йәшәйбеҙ, унда ике ҙур ҡәйнеш бар. Барыбер ҡыйын күмәкләп йәшәү. Әсәйҙәрҙә лә тар. 12 йәшлек һеңлемде алып шул фатирға киттек. Төн уртаһында ҡот осҡос итеп карауат шығырҙағанға уянып киттем. Һеңлем ниңә улай борғолана икән тип уйланым. Унан фатирҙа карауат юҡлығын, һеңлем диванда йоҡлауын хәтерләп ырғып торҙом. Һеңлем янына инһәм ул ҡурҡып илап ята. Бәпесте уртаға һалып, бер диванға яттыҡ. Шул саҡ хырылдаған тауыш ишетелде! Иртәнсәк кире ҡәйнәмә ҡайттым. Ә ул миңә фатирҙа ниндәйҙер ҙур йөнтәҫ нәмә йөрөүе, шуның арҡаһында фатирға ингән кешеләр икенсе көндө үк сығып китеүен һөйләне! Ә мине, ейәне менән шунда бер нәмә әйтмәй ебәргән! Ә шунда мин ҡотом осоп үлһәм?!

С. 

Булмаған карауат шығырҙаны
Булмаған карауат шығырҙаны
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас