Серле донъя
7 Февраль 2022, 12:05

Һыҙланыуын миңә ебәргән

Мин тырнаҡ эшләткәндә, атайым йәне өсөн көрәшкән...

Маникюр эшләгән мастерҙар миңә һөйөнөп бөтә алмай. Сөнки бармаҡтарым бер ниндәй дискомфорт тоймай, тырнаҡтарым һәйбәт, ныҡ. Үткән аҙнала тағы маникюрға киттем. Ғәҙәттәгесә телефонымды һүндерҙем, мәшәҡәтләмәһендәр өсөн. Ултырҙым. Тик шунда уҡ ҡулдарҙа ауыр тойғолар барлыҡҡа килде. Бармаҡтарымды сәнскеләгән һымаҡ. Ҡулдарымды тартып алып, мастерымды аптыратып бөттөм. Көскә эшләп бөттөк. Телефонымды яндырғас, ағайымдан әллә күпме шылтыратыу күрҙем. Ҡайтҡас дауаханала ятҡан атайымдың ҡапыл үлгәнен белдем. Мин тырнаҡ эшләткән арала атайым ғүмере өсөн көрәшкән. Күрәһең, атайым һыҙланыуҙарын миңә бармаҡтарым аша еткергәндер. Шуға шулай йәнем үрһәләнеп, үҙемә урын таба алмай, ҡулдарым ауыртып сәнскеләгәндер.

Т.

Һыҙланыуын миңә ебәргән
Һыҙланыуын миңә ебәргән
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас