Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
6 Февраля 2022, 13:55

Кем һыу ҡойған?

Барыһы ла ҡороған ине

Уйламағанда дауаханаға оҙаҡҡа эләккәс эштәге гөлдәрем ҡарауһыҙ ҡалды. Сөнки минән башҡа бер кем дә инә алмай унда. Гөлдәремде хәл инеп, ике аҙна үткәс хәтергә төшөрҙөм. Ярай, ҡоронолар инде, тип ҡул һелтәнем. Бер ай тигәс эшемә килеп

индем. Мине шытырлап кипкән гөлдәр ҡаршы алды. Шул саҡ иң ситтә ултырған гөл иғтибарҙы тартты. Ул .. сәскә атып ултыра ине! Төбөн тотоп ҡарайым, еүеш, әле генә һыу ҡойған кеүек. Ҡалғандарын ҡарап сыҡтым, төптәре ҡатҡан. Ә был алһыу сәскәле гөл рәхәтләнеп ултыра. Бүлмәмә ысынлап та бер кем инмәгән. Был гөлдө кем тәрбиәләне, кем уға һыу ҡойҙо икән һуң? Яуапһыҙ ҡалды был эш. 

Д.

Кем һыу ҡойған?
Кем һыу ҡойған?
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас