0 °С
Облачно
Егерме йылдар элек ҡарауылсы булып эшкә төшкәндә булған хәл. Төн етһә, бер үҙең ҡалаһың, ярай, шунда йәшәгән бер ҡарт бесәй бар ине. Беренсе төндә ҡапыл бесәй ырғып тороп, яман итеп ыҫылдай башланы, йөндәре ҡабарған. Шкаф башындағы әйберҙәр килеп төштө. Шунан ҡыйыҡ башында кемдер йүгереп йөрөгәнен ишеттем. Ҡот осто! Ҡурҡһам да, тышҡа сыҡтым, бер кем юҡ. Икенсе, өсөнсө көндө лә ошо хәл ҡабатланды. Кешеләрҙе дауалаған мәрйә әбейгә хәлемде һөйләнем аптырағас. Ул "Эйәм, татыу йәшәйек" тип шкаф артына һөт һәм печенье ҡуйырға ҡушты. Ышанмаһам да, эшкә барғас, барыһын ул әйткәнсә эшләнем. Йән рәхәте булып ҡалды, барыһы ла тынысланды. Бына шулай ҙа була.
Х.