Серле донъя
12 Января 2022, 14:00

Бәлә ишәймәһен өсөн

Әйтер һүҙе булыр бары: “Бирһен Хоҙа!”...

Бер сауҙагәр мең динар аҡсаһын юғалта.

- Был турала бер кемгә әйтә күрмә!- тип киҫәтә ул улын.

- Әй, атайым,--тине улы,- ихтыярың, әлбиттә, мин бер кемгә лә әйтмәм. Әммә быны йәшереүҙән ни файҙа ла, сер итеп һаҡлауҙан ни фәтеүә? Шуны аңлатып бирһәң ине.

- Бәлә ишәймәһен өсөн, улым, аҡса юғалтыу ҡайғыһына кешеләрҙең үсәүе лә өҫтәлмәһен өсөн,-тигән атаһы.

Бәләләрҙең серен асһаң дошманыңа,

Әйтер һүҙе булыр бары: “Бирһен Хоҙа!”

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас