Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
11 Января 2022, 16:05

Зыяратта күрҙем

“Бая һеҙ зыяратты йыйыштырғанда ул эргәлә йөрөнө лә инде, шунда һөйләштек” ти.

Йәйгеһен өләсәйемдең ҡәберен йыйыштырғанда улымды ла бергә алырға тура килде. Уға биш йәш. Көн эҫе булғас, йәһәтләп тәртипкә килтерҙек тә, ҡайтырға сыҡтыҡ. Бер сәғәт ваҡыт барыбер үткәндер. Шул ваҡыт эсендә мыжыҡ балам бер һүҙ әйтмәне. Үҙ алдына әллә нәмә мөгөрҙәп тик йөрөнө.

Кискеһен әсәй менән өләсәй тураһында һөйләшеп иҫке фотоларҙы сығарып ҡарай башланыҡ. Шул саҡ улым өләсәйемдең фотоһын тотоп: “Беҙ бөгөн ошо өләс менән һөйләштек, ул миңә мин аҡыллы, һәйбәт малай, тип әйтте”.

Беҙ аптырап киттек. Сөнки улыма өләсәйемдең фотоһын бер ҡасан күрһәткәнем булманы. “Уны ҡайҙа күрҙең һуң?”-тип һорайым. “Бая һеҙ зыяратты йыйыштырғанда ул эргәлә йөрөнө лә инде, шунда һөйләштек” ти.

Өләсәйемдең ҡәберлегенә бер ниндәй фото ҡуйылмаған. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл.

Н.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас