Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
10 Января 2022, 14:05

Йәнде лә һатып була икән

Бер мәл түҙмәй: “Ҡасанға тиклем аҡса түләргә уйлайһығыҙ? Рәхмәт, етте”-тип яҙып бирә. Тик: “Һин үлгәнсе!”-тигән яуап ала...

Миңә был хәлде таныш студенттар һөйләне. Ышанырғамы-юҡмы, үҙем дә белмәйем.

Егеттәр ул көндө сираттағы имтиханды тапшырыуҙарын билдәләй. Тик һыйға аҡсалары етмәй ҡала. Берәүһе: “Их, егеттәр, һатырға әйбер ҙә юҡ бит! Ҡоро йәндән башҡа”-ти. Быларға ҡыҙыҡ булып китә. Һәм улар интернет селтәренә инеп, төрлө әйбер һатҡан ергә “Бер йән һатыла. Ҡиммәт түгел. Әлегә йәш әле”,-тип телефон номерын ҡуялар. Егеттәр был хаҡта онота. Тик тиҙҙән уларға бер-бер артлы смс килә башлай. Йән һатып алырға теләүселәр ҙә бар икән донъяла! Кемдер бер йәшник һыра, кемдер аҡса тәҡдим итә. Былар шарҡылдашып смс уҡыуын дауам итә. Шул саҡ улар баш тарта алмаҫлыҡ хәбәр килә. Унда бер кеше ай һайын күпмелер аҡса күсереп торасағын белдерә һәм банк карточкаһының һандарын һорай. Былар ебәргәс тә, аҡса килеп тә төшә. Егеттәр ниндәйҙер ахмаҡ барлыҡҡа килгәнгә ҡыуана-шатлана магазинға йүгерә. Һыйланып ултырғанда тағы смс-хәбәр килә: “Мин һинең йәнеңде һатып алдым бит. Ул иғланды аукциондан ал!” Һыра һемереп ултырған егеттәр аптырап ҡала. Ә иң ҡыйыны йәнен һатҡан егеткә була: уға ай һайын стипендияһынан күберәк аҡса килеп тора. Бер мәл түҙмәй: “Ҡасанға тиклем аҡса түләргә уйлайһығыҙ? Рәхмәт, етте”-тип яҙып бирә. Тик: “Һин үлгәнсе!”-тигән яуап ала. Шылтыратып ҡарай, бер кем алмай. Дуҫтары: “Берәй туғаның шаярталыр”,-тип йыуата. Тик егетте был йыуата алмай, килгән аҡсаны ла тотонорға ҡурҡа. Йән менән шаярырға ярамай шул.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас