Кешене төшөңдә үлгән тип күрһәң, оҙаҡ йәшәй, тиҙәр. Ышанмағыҙ! Әгәр яҡын кешеңде вафат булды тип күрһәң, шунда уҡ уның һаулығын күҙәтегеҙ, табипҡа күрһәтегеҙ, тик “тимәк, оҙаҡ йәшәйәсәк” тип тынысланып ҡалмағыҙ, зинһар! Минең төҙәлмәҫлек хаталарымды ҡабатламағыҙ!
Тормош иптәшемде беренсе тапҡыр үлгән икән тип кешеләр һөйләп сығарҙы. Икенсе кеше менән бутағандар. Кешеләр миңә сәйер итеп ҡарағас, аптыраным. Иптәшемде лә эштә күргәс, барыһы ла аптыраған. Баҡһаң, уның үлгәненә ышанған булғандар. Кискеһен икәүләшеп рәхәтләнеп көлөшә-көлөшә сәй эстек. Йәнәһе, ҡайһылай ҡыҙыҡ булды. Ике ай үттеме-юҡмы тағы ла уны кемдеңдер менән бутап, үлгән тип һөйләп сығарҙылар. Беҙгә ҡыҙыҡ ине. Тағы ла көлдөк. Унан һуң ике тапҡыр үҙем иптәшемде төшөмдә үлгән икән тип күрҙем. Һуңғыһында шул тиклем асыҡ итеп тойҙом. Һөйгәнемде юғалтыу тойғоһонан илап уяндым. Тыныслана алмай ҙа ҡуям. Иптәшем уянып китте. “Зинһар, ҡалдырма мине!”-тип ярһып-ярһып иланым. Ул тағы ла көлдө. Унан мин дә көлә башланым. Оҙаҡ йәшәйәсәгенә юраныҡ. Өс айҙан һуң балаларымдың атаһы мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Бергә ҡорған хыялдар, маҡсаттар – барыһы ла юҡҡа сыҡты, селпәрәмә генә килде. Әгәр шунда мин “оҙаҡ йәшәйәсәк” тип юрап ултырмай, кардиологҡа алып барһым, иптәшем тере булыр ине. Әллә күпме айҙар үтте, ә үҙемде ғәйепләү тойғоһо мине көн-төн ашай. Хәҙер инде ике тапҡыр иптәшемде тере икән, ә уның үлгәне төш булған икән тип күрҙем. Ҡыуанып уянып китеп, уға һыйынырға маташам. Тик барыһы ла бушҡа ғына шул...
Л.