Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
20 Декабря 2021, 17:05

Әжәл килерен беләм

Әгәр был әбей миндә боҙом, сихыр тиһә, уларҙы ҡайтарыу өсөн аҡса һораһа, уны алдаҡсы тип әйтеп булыр ине...

Студент саҡта вокзалда ултырғанда бер әбей яныма килеп ултырҙы. Күҙемә текләп ҡараны ла, “Улым, һин был донъяла оҙаҡ йәшәмәйәсәкһең. 36 йәшеңдә үләсәкһең”,-тине.

18 йәштә бындай хәбәрҙе етди ҡабул итмәйһең. Йылдар үтә бара уйлана башланым. Әгәр был әбей миндә боҙом, сихыр тиһә, уларҙы ҡайтарыу өсөн аҡса һораһа, уны алдаҡсы тип әйтеп булыр ине. Тик әбей бер нәмә лә һораманы бит. Һаман да күҙ алдымда ул минең: таҙа ғына кейенгән, ҡәҙимге бер инәй ине. Хәҙер миңә 35 йәш. Һәм минең менән сәйер хәлдәр була башланы. Бер мәртәбә уйламаған ерҙә тайып китеп, елеп килгән машина аҫтында ҡала яҙҙым. Бер айҙан һуң өйҙә ултырғыстан ҡолап аяҡ-ҡулымды һындырҙым. Улары төҙәлер-төҙәлмәҫтән бәшмәк ашап, ағыуланып дауаханаға эләктем.

Нимә эшләргә белмәйем. Ә мин бит яратҡан ҡыҙыма ла өйләнә алманым. Үлеп, уны бәхетһеҙ итмәйем ти.

А.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас