Серле донъя
7 Декабря 2021, 17:00

Әллә хәҙер күрмәйбеҙ?

Ҡар өҫтөндә эҙ ҡалдырған һымаҡ осоп бара ине ул. Икенсе көнө үрге остағы өлкән инәйҙең үлеп ҡалғанын ишеттек...

Бала саҡта кешеләрҙең йәне тәненән айырылғанда ул фосфор булып яҡтырып осоп киткәне тураһында йыш ишетә инек. Күреүселәр ҙә күп булды. Бер көн шулай ата-әсәй ҡунаҡҡа китте. Ғәҙәттәгесә электр утын һүндереп ҡуйҙылар. Беҙ алты бала май шәм яҡтыһында иҙәндә, урындыҡта уйнайбыҙ, шаярабыҙ. Күмәк булғас бик күңелле ине беҙгә. Шул саҡ бүлмә яҡтырып китте лә, бер ут инеп иҙәндә өйөрөлә башланы. Беҙ өлкән ағайыбыҙға барып һыйындыҡ. Ут әҙерәк өйөрөлгәс, бер стенанан икенсеһенә бәрелеп йөрөнө лә, тәҙрәнән осоп сығып китте. Беҙ тәҙрә янына барып ҡарап ҡалдыҡ. Ҡар өҫтөндә эҙ ҡалдырған һымаҡ осоп бара ине ул. Икенсе көнө үрге остағы өлкән инәйҙең үлеп ҡалғанын ишеттек. Атай менән әсәйгә һөйләһәк тә, улар иғтибар ҙа бирмәне. Ә шул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрһәм, кеше мәрхүм булғанда шундай уттың осоп йөрөгәне йыш күҙәтелә ине. Ә ни өсөн хәҙер был күренеш юҡ икән. Әллә йорттағы уттар ныҡ балҡып янғас күрмәйбеҙме икән?

Сабир.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас