Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
7 Декабрь 2021, 19:00

Ирем - Ҡыш бабай бүләге

Почтаға инһәм Ҡыш бабайға хат яҙа торған конверт тора. Алдым да, кис ултырып Ҡыш бабайға хат яҙҙым...

Ноябрь тирәләре ине. Телевизорҙан унда-бында Яңы йылға бәйле реклама күрһәтә башланылар. Почтаға инһәм Ҡыш бабайға хат яҙа торған конверт тора. Алдым да, кис ултырып Ҡыш бабайға хат яҙҙым. Ул саҡта минең шәхси тормошта ла, эштә лә, кредит проблемаларым да бик күп ине. Шуға күрә илай-илай яҙҙым. Яңы йылға тиклем Ҡыш бабайҙан яуап һәм ярҙам көттөм. Өлкәнәйә башлаһаҡ та мөғжизәгә ышанабыҙ бит. Тик яуап килмәне һәм мин был хәлде оноттом. Йәйгеһен гәзит араһында бер сағыу конверт килеп сыҡты. Тышында Ҡыш бабай һүрәте һәм “летний привет” тип ҡуйылған. Ҡыш бабай 200 меңдән ашыу хат алыуы сәбәпле миңә шунда уҡ яуап яҙа алмауын, иң тәүҙә балаларға хаттар ебәреүен яҙған. Унан миңә йылы теләктәрен еткереп, барыһы ла яҡшы буласағын белдергән. Ҡыш бабай мөғжизәһе булдымы, уның хатынан һуң яҡшы кещене осратып тормошҡа сыҡтым, ул миңә кредиттарымды ябырға ярҙам итте. Икенсе эшкә күсеп, яҡшы эш хаҡы ла ала башланым. Иремдән хәҙер: “Һин минең Ҡыш бабай бүләгем”,-тип көләм.

Ғ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: