Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
30 Ноября 2021, 17:05

Ҡыҙы ... илап ҡотҡарҙы

Бала илай, үҙе уйынсыҡ телефонын туҡмай ҙа, туҡмай.

Әхирәтемдең иптәше таксила эшләй. Йыш ҡына төнгә ҡарай юлға сыға. Ҡыҙҙарына ике йәш. Атаһы – уның, ҡыҙы атаһы өсөн үлеп тора инде! Бер көн иптәше юлға сыҡҡас әхирәтемә йоҡларға барҙым. Һәр саҡ тыныс булған ҡыҙсыҡ ярһып-ярһып илай башланы. Бер нисек тә тынысландырып булмай. Бала илай, үҙе уйынсыҡ телефонын туҡмай ҙа, туҡмай. Әхирәтем телефонды алып икенсе уйынсыҡ, тәмлекәстәр ҙә биреп ҡарай, юҡ, бәпес барыһын да ташлай ҙа, теге телефонды туҡмай. Аптырағас атаһына шылтыратырға булдыҡ. Һәм – кәрәкле мәлдә! Әхирәтемдең ире руль артында йоҡлап китә яҙған. Ошо шылтыратыу булмаһа, ул пассажирҙары менән йә юлдан осор, йә ҡаршы килгән машина менән бәрелешер ине. Баланың күңеле нисек быны һиҙгәндер инде – уныһы сер булып ҡалды.

С.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас