+20 °С
Облачно
Өфөлә уҡыған йылдар. Урам буйлап йүгереп китеп барам. Шул саҡ кемдер асыҡ итеп артымдан исемемде ҡысҡырҙы. Йоҡлап ҡалған әхирәтем уянып мине шулай тиҙ арала баҫтырып етә алдымы икән, тип аптырап туҡтап ҡалдым. Боролоп ҡарайым яҡын-тирәлә бер кем юҡ. Шул саҡ мин китеп барған һуҡмаҡҡа күп фатирлы бейек йорттоң башынан уҫлаптай боҙлауыҡ килеп төштө. Әгәр мин туҡтамаһам, мейем сәсрәр ине. Бына шул хәлде фән аңлата аламы? Әлбиттә, юҡ...