Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
20 Ноября 2021, 15:00

Шулай ҙа була!

Мулла кейем килтерттереп, уны өйөнә алып ҡайтҡан. Ҡыҙҙың өсөн уҡытып ултырған яҡындары шаҡ ҡатҡан...

Мин Баймаҡ АТП-һында йыйыштырыусы булып эшләнем. Унда Раиса Чернаткина тигән әбей кер йыуҙы. Бер көн һөйләшеп ултырырбыҙ тип мине төшкө ашҡа алып ҡайтты. Һүҙ артынан һүҙ китеп, “Һеҙҙә мәрхүмдәрҙе нисек иҫкә алалар?”-тип һораны. Йома һайын хәйер биреүебеҙҙе әйттем. Унан әбей: “Һеҙҙә кеше үлһә – икенсе көнөнә үк ерләйҙәр, ә беҙ 3 көн тотабыҙ. Шулай бер нисә көн тоторға кәрәк, бәлки, кеше мәрткә генә киткәндер”,-тип бер ваҡиғаны һөйләне.

Беҙҙең күршелә Нәйлә исемле ҡыҙ йәшәй ине. Бер көн эштән ҡайтып йоҡоға киткән дә, уянмаған. Мулла: “18 йәштә генә, әрәм булған, ҡалайтаһың иртәгә ерләрбеҙ”,-тигән. Туғандары йыйылып ҡыҙҙы һуңғы юлға оҙатҡан. Ерләгәс мулла ҡәбер янында доға уҡырға ҡалған. Шул саҡ ер аҫтынан ҡыҙҙың ҡулы килеп сыҡҡан: “Сығарығыҙ мине бынан!”-ти икән үҙе. Мулла тиҙ генә туғандарын кире саҡырған. Ҡыҙҙы ҡаҙып алалар. Мулла кейем килтерттереп, уны өйөнә алып ҡайтҡан. Ҡыҙҙың өсөн уҡытып ултырған яҡындары шаҡ ҡатҡан. Ошо хәлдән һуң Нәйлә кейәүгә сыҡты, биш бала әсәһе булды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас