Серле донъя
13 Ноября 2021, 15:00

Әжәленән ҡотҡарып ҡалалар

Ҡустым ситкә боролоп ҡарай. Юҡ, бар мәрхүмдәр уға текләй, ҡапыл кемдер уны арҡаһынан этә башлағанын тоя...

Атайым мәрхүм булғас, әсәйем яңынан рус кешеһенә кейәүгә сыҡты. Миңә ун йәш ине. Үгәй атай яҡшы кеше булып сыҡты. Тиҙҙән ҡустым донъяға килде. Мине өләсәйем мосолман итеп тәрбиәләһә, ҡустым христиан динендә. Күп йолаларыбыҙ айырыла беҙҙең. Мәҫәлән, мосолмандар йыш зыярат ҡылмай. Ә христиандарҙың махсус көндәре бар. Ситтә йәшәгән ҡустымдың да онота алмай һөйләгән кисерештәре лә шул зыяратта була. Бер көн дуҫының ҡәберлегенә бара. Шул саҡ бар ҡәберлектәрҙәге фотоһүрәттәге мәрхүмдәр ҡарай башлай. Ҡустым ситкә боролоп ҡарай. Юҡ, бар мәрхүмдәр уға текләй, ҡапыл кемдер уны арҡаһынан этә башлағанын тоя. Ҡустым ҡурҡып сығып йүгерә. Ә бер нисә көн үткәс ул зыяраттан сығып киткән көндә, аҡылға бер төрлө кешенең балта менән бар ҡәберлектәрҙе ҡыйратып йөрөүен, ҡарауылсының будкаһына инеп өлгөрөп, йәшенеп ҡалыуын ишетә. Ҡустым мәрхүмдәрҙең фотоһына иғтибар бирмәй, шунда оҙағыраҡ торһа, уның менән нимә булыр икәнлеген уйлауы ла ҡурҡыныс.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас