Өләсәйемдең фатиры миңә ҡалғас унда ремонт эшләтергә булып киттем. Тик аҡсам етмәй ине. Шул саҡ минең хаҡҡа килешкән төҙөүсе табылды. Ул эшләп бөткән көндө аҡсаһын түләү тураһында килештек. Мин төҙөүсегә асҡысты биреп ҡалдырам да, үҙем эшкә китә инем. Ул көндө миңә ниңәлер ҡыйн булып китте. Бер ҡасан да борсомоған йөрәк сәнсә башланы. Хужа минең ағарған-йонсоған йөҙөмдө күреп ҡайтырға рөхсәт бирҙе. Фатирҙы асып барып инһәм, төҙөүсе коридорҙа иҙәндә ултыра. Эргәһендә ноутбук, мультиварка, биҙәүестәр ята. Үҙе өндәшмәй. Мин теге төрткөсләп ҡараным. Теге аңына килде. Тубыҡлана яҙып ғәфү үтенде. Унан: “бәләкәй генә аҡсаға эшләгәнсе ошо әйберҙәрегеҙҙе алһам күпкә отасаҡмын тип уйланым. Тик ишектең йоҙағы асылмай йөҙәтте. Унан шкаф башынан башыма ниҙер ҡолап төштө, шикелле. Ҡалғанын хәтерләмәйем”,-тине. Иҙәнде ҡарайым – бер нәмә лә юҡ. Ундай ҡоларлыҡ әйберҙәрҙе лә бер ҡасан да шкаф башына ҡуйғаным булманы. Төҙөүсене сығарып ебәрҙем. Ишек еңел генә асылды. Йоҙағы ла ошо көнгә тиклем бер борсоғаны юҡ.
Өләсәйемдең иҫемә төштө. Ул бар эште тиҙ генә һәм еңел эшләй торғайны. Мин уның етеҙлегенә аптыраһам, “Миңә бит өй эйәһе ярҙам итә, шуға күрә барыһы ла тиҙ эшләнә. Һин бында хужабикә булып ҡалғас, үҙең тойорһоң әле. Ул ярҙам да итә, һаҡлай ҙа”,-ти торғайны. Ысынлап та, мин өләсәйемдең фатирында үҙемде иҫ киткес рәхәтлек тулҡындарында йөҙгән кеүек хис итәм.