Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
7 Ноября 2021, 11:20

Баймаҡ-Сибай юлында фажиғәләр йыш була...

Ошо юлда ике йәш ҡыҙ юғалған, тип һөйләйҙәр. Уларҙы тере килеш тә, үле кәүҙәһен дә тапмайҙар...

Баймаҡ-Сибай юлындағы төрлө ҡурҡыныс хәлдәрҙе уҡып-ишетеп уйланып йөрөнөм дә, үҙ фекеремде әйтергә булдым. Унда аварияларҙың күп булыуы киҫкен боролоштарға ла бәйлелер. Шулай ҙа ошо юлда бер нисә зыярат булыуын да хәтерегәҙҙән сығармағыҙ. Ундай ерҙә бар кире энергия, ҡурҡыныс хәлдәр күп була.

Шулай уҡ ҡасандыр ошо юлда ике йәш ҡыҙ юғалған, тип һөйләйҙәр. Уларҙы тере килеш тә, үле кәүҙәһен дә тапмайҙар. Шуға күрә ошо ике ҡыҙҙың йәне тынғылыҡ тапмайҙыр. Хәтерләүемсә, кемдер муллаларҙың ошо юлға аят бағышлауҙарын һораған ине. Был бик урынлы һәм дөрөҫ, тип уйлайым. Тик шундай юл менән беҙ кешеләрҙе фажиғәле үлемдән һаҡлай аласаҡбыҙ.

С.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас