Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
24 Октябрь 2021, 11:20

"Хәйерселәр ... үрсей!"

Сиғанды ризалатырға барғас, күптән балаға уҙа алмаған әхирәтем иҫә төштө...

Аптыраған өйрәктең һыуға нисек сумғанын беләһегеҙ инде. Мин дә шулай һыҙланыуҙарым бөтмәгәс, сиған ҡатынына йөрөй башланым. Ул әйткән-ҡушҡандарҙы үтәгәс, ысынлап та хәлем яҡшырып ҡалды. Сиғанды ризалатырға барғас, күптән балаға уҙа алмаған әхирәтем иҫә төштө. “Бик әсәй булырға теләй. Бәлки, һеҙ ярҙам итерһегеҙ”,-тинем. Сиған миңә текләп ҡараны ла: “Хоҙай бала бирмәй икән, тимәк, уның үҙ хикмәте бар. Беҙ Унан юғары була алмайбыҙ”,-тине.

Сиғандың һүҙҙәренән һуң мин ҡапыл үҙемде әхирәтемдең йорто алдында торғанымды күрҙем. Бына әхирәтем килеп сыҡты ла, күршеһенең балаларын әрләй-ҡыуа башланы, уның: “Әллә ниңә ошо хәйерселәр үрсей ул”,-тигән һүҙҙәре ишетелеп ҡалды.

Был күренеш нисек күҙ алдыма килде, шулай юҡҡа сыҡты. Сиған миңә текләп ҡараны. Мин: “Аңланым”,-тинем дә сығып киттем.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: