Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
18 Октябрь 2021, 10:30

Ғәйбәтселәрҙе телдәренән ... аҫып ҡуйғандар!

Әшәкелек ҡылған, кеше менән булышҡан, ғәйбәт һөйләгән кешеләрҙең телдәренән аҫылынып тороуын күреп инәйҙең ҡото осҡан...

Миңә был ваҡиғаны вокзалда ултырғанда бер ҡатын һөйләне. “Хәйер бирергә кәрәк ул”,-тине лә, шунан күп йылдар элек Йомаш ауылында булған ваҡиғаны һөйләне. Бер әбей мәрткә киткән икән. Теге донъяға барһа, бер ир ултыра икән. Өҫтөндәге күлдәге йыртылып бөткән, янында бер нисә тинлек тимер аҡса ята. Ул ир инәйгә: “Һин минең туғандарға әйт әле ошондай хәлдә ултырыуымды. Оноттолар бит мине, аят уҡытһындар ине”,-тип ялбарған.

Артабан инәй ҡаршыһында ултырған бер әбейҙе күреп ҡалған. Фәрештәләр килеп уның эҫе ашын ергә ҡойоп китәләр икән. “Ҡыҙым, минең туғандарыма әйт әле, хәйергә берәй һауыт бирһендәр. Ҡалағын да онотмаһындар”,-тигән ул.

Инәй ожмахта ултырған мәрхүмдәрҙе лә күргән. Улар хәйергә төшкән ҡулъяулыҡтар менән ҡулын һөртөп, аят уҡытып торған өсөн балаларына рәхмәттәрен белдергән.

Әшәкелек ҡылған, кеше менән булышҡан, ғәйбәт һөйләгән кешеләрҙең телдәренән аҫылынып тороуын күреп инәйҙең ҡото осҡан. Ул мәрттән уяныу менән теге ирҙең һәм әбейҙең хәлен туғандарына һөйләгән. Улар инәйгә ышанып шунда уҡ аяттар уҡытҡан. Әбейҙең балалары хәйер итеп сеүәтә һәм ҡалаҡ та биргән. Инәйгә теге ир төшөнә ингән: яңы күлдәктә, ҡәнәғәт төҫ менән. Әбейҙе лә ҡыуана икән тип күргән. Тимәк, риза булғандар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: