Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
21 Сентябрь 2021, 23:24

Яуапһыҙ мөхәббәт

Бына хәҙер ул Әмирҙеке буласаҡ. Бәлки, балаға ла уҙып ҡуйыр, унан улар өйләнешәсәктәр...

 

Телефон шылтыраны. Һалма йәйеп маташҡан Тәслимә, ҡулдарын һөртә-һөртә, алырға ашыҡты. Ошо арала хәбәр көтәләр: килендәре Әлиә бөгөн-иртәгә бәпәй табырға тейеш. Эйе, улы Ринат икән. Малайы тыуғанын әйтте. Тәслимә телефонды иренә лә бирҙе.
--Улым, малаймы? Һәйбәт булған!-тине Рәфҡәт. --Беҙгә ҡайтаһығыҙҙыр ул? Әсәйең пыр туҙып әҙерләнә бында...
-Юҡ, атай, әлегә юлға сыҡмайбыҙ, үҙегеҙ килегеҙ......
Тәслимә, ейәнен бик күргеһе килһә лә, сабыр итте. Үҙенең башынан күп ауырлыҡтар үткәнгә, тормошта ҡыҙҙарға ауырыраҡ тип уйлап, ейән булыуын теләне. Бәпәй ашын үҙҙәрендә үткәрергә уйлағайны ла бит, ярай инде, хәйерле булһын.
Һалмаһын ҡырҡып бөткәс, ҡатын баҡсаға сыҡты. Инде кис еткән, айҙың тулған сағы. Ҡойма янында ултырған алмағастарҙа алма өлгөрөп, тирә-яҡҡа хуш еҫ таралған. Тәслимә ерҙә йылтырап ятҡан алмаларҙы алъяпҡыс итәгенә йыйҙы. Үҙҙәрендә булһа ла, кеше баҡсаларына алма урларға йөрөгөн бала саҡтары иҫенә төштө. Хәҙер бөтә кешелә--алмағас. Элек уны нишләп күпләп ултыртмағандарҙыр инде. Тәслимәләрҙең алмаларын Әмир ярата ине. Баҡсаларына инеп йыйһа ла, бер һүҙ әйтмәйҙәр. Сөнки ул--ауыл башлығы малайы. Ғаиләләрендә үҙе генә булмаһа ла, ағай, һеңлеләренә ҡарағанда эрерәк ҡыланыуы, яҡшы уҡыуы, төҫ-башының матурлығы уны башҡаларҙан айырып тора ине. Тәслимәнең әсәһе Зифа апай мәктәп янындағы ашханала эшләй. Ҡыҙ оҙон тәнәфестә әсәһе эргәһенә инеп, үҙенә лә, Әмиргә лә берәй нәмә алып сыға. Ҡайһы саҡ тегенеһе алмаған була. Үҙең аша, һуғанлыны яратмайым, тип морон йыйыра. Тик ҡыҙ бигерәк ярата шул Әмирҙе, нисек тә көйөн табырға, ярарға тырыша. Көндәр буйы уны ғына уйлап йөрөй. Был уның иң йәшерен сере, ул уны әхирәте Ләйсәнгә лә әйтмәй. Ҡайсағында, Әмир ҡыҙҙар менән шаярып, ҡыуышып йөрөгәндә, ҡыҙ үҙе уның ҡосағына барып инә. Ә малай, ҡайҙа барып төшөр ул тип уйламай, этеп ебәрә.
Йәше барған һайын, ҡыҙҙың һөйөүе көсәйә генә барҙы. Мәктәпте тамамлағас, Әмир, Өфөгә китеп, юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Тәслимәнең дә ҡалышҡыһы килмәгән ине лә, конкурстан үтә алманы. Билдәдәре лә ярайһы һымаҡ ине, тик конкурс бик ҙур шул. Нишләйһең, ауыл мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләргә яҙмаған икән. Әммә уҡырға инә алмаһа ла, ҡыҙ кире ауылға ҡайтманы, ҡалала ҡалды. Әсәһенең Хәмиҙә исемле танышы үҙе эргәһенә ашханаға эшкә урынлаштырҙы. Аҡсаны күп түләмәһәләр ҙә, тамағы туҡ булды, ауылдан нәмә ташыманы. Ирһеҙ генә бала тәрбиәләгән Хәмиҙә ҡыҙҙы үҙенең фатирына ла һыйҙырҙы. Эшенә лә алыҫ түгел ине, рәхәтләнеп йәшәне. Ял көндәрендә, әсәһенә бер аҙ ял булһын тип, Хәмиҙәнең ҡыҙы Әминәне лә үҙе менән ауылға алып ҡайтҡыланы. Бер аҙнала ҡатын да Тәслимәне үҙ ауылына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ул көндө кис клубта концерт була икән, улар ҙа сыҡтылар. Шунда ҡыҙҙы Рәфҡәт исемле бер егет оҙата ҡайтты. Егет тә Өфөлә эшләй икән. Ул етем үҫкән, был ауылда туғандары ғына йәшәй, уларҙың хәлен белергә ҡайтҡан булып сыҡты.
Тәслимәнең "көн тәртибенә" әлегә егеттәр менән йөрөү, тормошҡа сығыу инмәгән ине. Ул яңынан уҡырға инеп ҡарарға теләй һәм Әмиргә генә кейәүгә сығырға өмөтләнә.Шулай ҙа, Рәфҡәтең аҡыллы һәм төплө булыуын аңлағас, хәҙергә йөрөп торорға булды.
Тәслимә икенсе йылды ла уҡырға инә алманы. Ул инде эшендә өйрәнсек кенә түгел ине, уңғанлығын, аш-һыуға оҫталығын күреп, ашнаҡсы итеп ҡуйҙылар үҙен. Рәфҡәт менән ҡайһы саҡта концерттарға, киноға барғылайҙар. Хәмиҙә апаһы егеттең фатирға инеп йөрөүенә лә һүҙ әйтмәй. Тик Әмир бар бит әле... Ике йыл Өфөлә йәшәп, бер ҙә күрешмәнеләр. Ауылға ҡайтҡас таосрашҡандары булманы. Егет өсөн Тәслимә был донъяла бөтөнләй юҡ буғай. Ҡыҙ аҡылы менән шуларҙы аңлаһа ла, күңеле менән һаман киреһен уйланы.
Яҙғы матур көндәр ине. Тәслимә, ҡанатланып, ауылдан ҡалаға китергә йыйынды. Бәхетенәме, бәхетһеҙлегенәме, яҡындағы станцияға туҡтаусы поезға өлгөрөргә кәрәк тип, юлға сығып баҫты. Оҙаҡ та торманы, янына бер машина килеп туҡтаны. Һөйөнөп, инеп ултырҙы. Башын күтәреп ҡараһа, Әмир! Ҡыҙҙың, ҡапыл осрашыу шатлығынан, телен әйләндереп һүҙ әйтерлек тә хәле ҡалманы. Егет, быны һиҙеп, ҡәнәғәт сырай менән уға күҙ ташланы. Тәслимә нисауа ғына ҡыҙ булып өлгөрөп еткән икән. Тулҡынланып торған сәстәре, килешле генә биҙәнеүе, кәүҙәһенә һыланып торған асыҡ түшле күлдәге ҡапыл ғына егеттең башын әйләндерҙе.
--Бәлки, ҡунаҡҡа инеп сығырбыҙ? Унан мин дә Өфөгә барам, бергә китербеҙ,--тине Әмир, уға көлөмһөрәп ҡарап.--Ризамы?
Ҡыҙ башын һелкте, әлбиттә, бик риза ине ул.
Әмир машинаны күрше ауыл яғына борҙо. Бында курсташ дуҫы тора икән. Тегенеһе көтөп кенә торған тиерһең, ҡапҡа төбөнә сығып баҫҡан. Әмир уны ситкәрәк алып китеп, тиҙ-тиҙ генә ниҙер аңлатты. Дуҫы, аңланым тигән кеүек баш ҡаҡты ла, машинаһына ултырып, ҡайҙалыр китеп барҙы. Әмир машинаһы менән ишек алдына үк инеп туҡтаны ла, ҡапҡаны бикләне. Тәслимә ят өйгә ингәс тә, ҡурҡып-шикләнеп ҡалманы. Эх, йүләр ҡыҙ бала...Күңеле менән бына хәҙер ниҙер булғанын көтөп, ишек эргәһендәге диванға килеп ултырҙы.
Бына хәҙер ул Әмирҙеке буласаҡ. Бәлки, балаға ла уҙып ҡуйыр, унан улар өйләнешәсәктәр...
Бер ҡатлы ҡыҙ башында шундай уйҙар бөтөрөлдө. Ул бөгөн өҙөлөп һөйгәне янында, уның ҡосағында. Барыһына ла риза ул. Был минуттарҙа Тәслимә өсөн сафлығы ла, Рәфҡәттең мөхәббәте лә, әсәһенең яҡшы ғына йөрө, тип ҡат-ҡат киҫәтеүе лә әһәмиәтле түгел ине. Иҫке диванда егет ашыға-ашыға үҙ эшен эшләне.
Уның бер нимә булмағандай кейенеп, ишеккә табан атлауын күргән Тәслимә аптырап ҡалды:
-Әмир, һин ҡайҙа? Әҙерәк булһа лә һөйләшеп ултырмайбыҙмы ни? Һин мине хәҙер яратмайһыңмы? Әсәйҙәр белһә, нимә эшләтерҙәр мине?
Шундайыраҡ һорауҙар яуҙыра башлаған ҡыҙға Әмир көлөп кенә ҡараны:
--Хәҙер әсәйең иҫеңә төштөмө? Үҙең эйәреп килдең, үҙең теләнең. Әйҙә, тиҙ бул, кейен. Хәҙер Азат ҡайта бында, сығып торорға кәрәк. Мин машинаны ҡабыҙам,--тип ишекте асты.
Уның битарафлығанан тораташ булып ҡатҡан ҡыҙ ашыға-ҡабалана күптән күңелендә йөрөткән һүҙҙәрҙе һөйләргә тотондо:
--Мин бит һине өҙөлөп яратам, Әмир! Һин мәктәптә уҡығанда уҡ минең йәшерен серем инең. Хәҙер ҙә гел генә һине уйлап йәшәйем мин. Мин бит...
Тәслимә һүҙен бөтөрә алманы. Сөнки тегеһе инде ишекте япҡан ине. Ҡыҙға, тамағына килеп тығылған төйөрҙө көскә йотоп, кейенеп, Әмир артынан сығыуҙан башҡа сара ҡалманы.
--Һеҙ, ҡыҙҙар, барығыҙ ҙа бер төрлө. Йә, ярай, үпкәләмә. Тик бел, мин әле өйләнергә йыйынмайым. Бына шулай ғына осрашҡылап торорбоҙ.
Тәслимә яуап бирмәне. Әмир уны Өфөгә алып барманы, башҡа райондан ҡала яғына бара торған автобусты туҡтатып, ултыртып ебәрҙе. Ҡыҙ вокзалға килеп төшкәс тә, башын эйеп, оҙаҡ ултырҙы. Уйҙарының иге-сиге юҡ ине. Ул үкенмәне лә, иламаны ла. Күңелендә егеткә ҡарата бер ниндәй асыу, үпкә юҡ ине. Ул яратҡан кешеһе менән булды, әҙгә генә булһа ла, уның ҡайнар ҡосағын тойҙо. Тик ата-әсәһе генә һиҙә күрмәһен. Ул ҡапҡа төбөндә тороп үҙен оҙатып ҡалған әсәһен күҙ алдына килтерҙе: "Эй, әсәй, бәғерем... Ҡыҙыңдың бөгөн ни эшләгәнен белһәң ине һин, нимә тип әйтер инең икән?"
Кисен Рәфҡәт ҡыҙҙы киноға саҡырҙы. Барғыһы килмәгән ине лә, Хәмиҙә әрләне. Кинонан һуң кафеға инделәр. Тәслимәне бер оло сюрприз көтөп торған. Егет ҡыҙға балдаҡ биреп, үҙенә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Эш урынынан бирәһе фатирҙы ашыҡтыралар, шуның өсөн яҙылышарға кәрәк икән. Тәслимәнең эсе тулы ут ине. Шулай ҙа, балдаҡты бик оҡшатҡан ҡиәфәт сығарып, бармағына кейеп алды, көлдө-йылмайҙы. Әмирҙе "өйлән" тип мәжбүр итә алмаҫын белә ул. Егеттең әсәһе лә риза булмаясаҡ. Тәслимәнең дә әсәһе Зифаны көндәше итеп күрә шул. Имеш, йәшлегендә ире уның менән йөрөгән.
Бер айлап ваҡыт үтте. Никах уҡыттылар. Рәфҡәт ҡош тотҡандай осоп йөрөй, ҡатынын өрмәгән ергә ултыртмай. Һуңғы көндәрҙә Тәслимә генә әллә нисек хәлһеҙләнеп китте әле. Әллә аяҡ өҫтө эшләү, әллә борсолоуҙары һөҙөмтәһе. Шикләнеп кенә тест тигән нәмә алған ине, таң ҡалды. Ул ауырлы икән дәбаһа! Кемдән, Әмирҙәнме? Шулайҙыр. Тәслимә ашхананың аулаҡ мөйөшөнә сығып, егеткә шылтыратырға уйланы. Белһен балаһы булаһын. Бәлки, аҡылына килер. Ул алам тиһә, Тәслимә уйламай ҙа уға сығасаҡ. Юҡ шул, егет уны ишетергә лә телмәне. "Кейәүгә сыҡҡанһың бит, һәйбәт кенә йәшә. Үҫтер балаңды. Мин кемдә күпме балам барлығын һанамайым. Теләйһегеҙ икән, табығыҙ, уныһы һеҙҙең эш. Ә һағынһаң, ҡайҙа килергә икәнен беләһең,"--тип трубканы һалып ҡуйҙы. Дөрөҫө шул булғас, үпкәләп тә булмай. Үҙе теләп ултырып китте, үҙе ҡосағына инде.
Тәслимә, йөрәк ярһыуын усына йомоп, үҙ эсенә бикләнде. Ҡайһы ваҡыт, эргәһендә өтәләнеп йөрөгән иренә, асылып китеп, барыһын да һөйләп биргеһе килә. Тик ниҙер туҡтатып ҡала. Ярай, йәшәп ҡараһындар әле. Тәслимә уға насар ҡатын булмаҫ, балаһы ғына никахта булһын. Ирҙән айырылыу бар ҙа инде ул, йәшәп булмаһа, китер. Кеше бер һөйләр ҙә, туҡтар әле.
Өйләнешеүҙәренә 9 ай тулып киткәс, малай тыуҙы. Балаһын тәү тапҡыр ҡулына алыу менән, Тәслимә Әмиргә оҡшашлығын эҙләне, тик тапманы. Ҙурлап бәпес туйы үткәрҙеләр. Ҡатын, Рәфҡәтте әллә ни яратмаһа ла, хөрмәт итте. Ҡатыны, улы өсөн өҙөлөп торған ир быға лайыҡ ине. Ринат исемен дә Рәфҡәт ҡушты. Малай мәктәпкә барғансы күберәк ауылда йәшәне, бик теремек булып үҫте. Бында уҡырға ҡалырға теләге бар ине лә ул, тик алып ҡайттылар үҙен.
Тәслимәнең тағы бер бәпәй алып ҡайтҡыһы килә ине. Әммә, нишләптер, балаға уҙа алманы. Әллә берәй нәмә булды микән тип, врачтарға ла барып тикшерелде. Бөгөндән үк ауырға уҙа ала, барыһы ла һәйбәт ине. Шуны ишеткәс, Тәслимә ҡолап китә яҙҙы. Тимәк, ғәйеп ирендә. Шунан һуң, ире бала тип ауыҙ аса башлаһа, ҡатын һүҙҙе шаярыуға бора торған булды. Артабан Рәфҡәт был турала һүҙ ҡуҙғатмай башланы.
Юғары кластарға еткәс, быға тиклем тыныс ҡына үҫкән Ринат үҙгәрҙе, холҡо менән Әмиргә оҡшай башланы. Ул һөйләшеүҙәре, ҡыланыштары. Тәслимә нисек кенә үҙ яҡтарына оҡшатырға тырышһа ла, был--Әмир ине! Егет институтты тамамланы ла, эшкә төштө. Әсәһенең: "Инде өйләнергә ваҡыт, улым",-- тигәненә иҫе лә китмәне. Тап Әмир һымаҡ: "Былай ҙа рәхәт, өйләнеп, нимәгә өҫтөмә мәшәҡәт алырға?"--тип көлөп йөрөй бирҙе. Ҡыҙҙарҙы гел алыштырып ҡына торҙо. Шулай вайымһыҙ ғына күңел асып йөрөй торғас, Өфө ҡыҙы Альмираға бала яһап ҡуйҙы. Хәбәр Тәслимәгә лә килеп ишетелгәс, егеткә борғоланырға урын ҡалманы. Альмираның егетте ысын күңелдән яратыуы һиҙелеп тора ине. Аңланы уны Тәслимә, үҙ башынан үткән хәлдәр бит.
Матур итеп туй үткәрҙеләр.Үҙ фатирҙарында килен менән улдарын ҡалдырып, атай-әсәй ҡала янындағы ауылға күсенде. Инде бына ейәнле лә булып ҡуйҙылар.
Тәслимә менән Рәфҡәт таңға тиклем һөйләшеп яттылар ул көндө. Ир ҡапыл ғына: "Минең һинән бер йәшерен серем дә юҡ. Ә һинең?"--тип һорап ҡуйҙы. Тәслимә юғалып ҡалды, нимә тип яуап бирһен ул? Уның күҙ алдына Әмир килеп баҫты. Бар шул уның сере, бар. Тик ул сер үҙе менән китәсәк. Шөкөр, донъяға сыҡманы, ата-әсәһе алдында оятлы итмәне. Ҡатын бер тында: "Рәфҡәт, минең һиңә ҡыҙ көйө сыҡмағанды белдең. Тик өндәшмәнең. Эйе, минең яратҡан егетем бар ине. Мин алдандым. Ул минән көлдө генә,"--тине. Ир бер нимә тип тә яуап бирмәне. Һиҙә ине ул ҡатынының ваҡыт-ваҡыт һалҡынлығын, нимәнелер әйтеп бөтөрмәүен, ҡайһы ваҡыт уйға сумып, һүҙһеҙ ҡалыуын. Рәфҡәт, яуап урынына, Тәслимәне ныҡ итеп ҡосаҡлап алды: "Ярар, ҡарсыҡ... Уҙған-бөткән. Алдағыһы хәйерле булһын".
Ҡатын барыбер иң мөһимен йәшерҙе шул иренән. Эйе, ахыры хәйерле булһын.
Бәпәй күрергә барғанда, күстәнәстәр алырға тип, Өфө ситендәге бер магазинға инделәр. Күҙенә күренәме, Тәслимә шунда Әмирҙе осратты. Элекке ҡурсаҡ егет түгел ине ул. Ныҡ таушалған. Ҡатын ауылға ҡыйтҡылағанда уның тураһында ишетеп торҙо. "Ауыл хужаһы" малайы ҡатындан-ҡатынға йөрөй торғас, эсеүгә һалышҡан. Йүнле эше лә юҡ икән. Заманында "мин бында" тигәндәй әллә ҡайҙан күренеп торған өйҙәре буш тора. Ҡайтып йәшәүсе лә, һатып алырға теләүсе лә юҡ буғай. Әмир магазинда үҙе кеүек йонсоған ҡиәфәтле бер ҡатын менән тауыҡ түшкәһе һайлай ине. Тәслимә түҙмәне, эргәләренә барып:"Нихәл, ауылдаш?"--тип өндәште. Тегенеһе уны күргәс, нисектер ҡыҙарып китте. Эргәһендәге ҡатындан күпкә өҫтөн ине шул Тәслимә! Үкенеү хисе булдымы икән Әмирҙә, юҡтыр, моғайын. Булһа, һаман шул тауыҡ түшкәһен ҡулында әүәләмәҫ ине. Тәслимә, ул ишетһен тип, юрамал ҡысҡырыбыраҡ: "Матурым, алмаларыңдың иң тәмлеһен үлсә әле! Малайыбыҙҙың улы бар, ейән күрергә барабыҙ,"-- өндәште һатыусыға. Әмир уның һүҙен ишетмәне лә һымаҡ. Күрәһең, теге саҡта әйткән кеүек, ҡайҙа, кемдән нисә балаһы тыуғанын дә белмәй йәшәйҙер әле ул.
Тәслимә бер мәлгә ҡайҙа барғандарын да онотто. Йәшлектәге хистәр нисә йылдан һуң да һүнеп бөтмәгән шул, уты янып бөтһә лә, күмере ҡала икән. Уттарҙа яндырып, һыуҙарға һалған Әмирҙе бик күргеһе килеп йөрөгән ине. Осрашыуҙары ана нисек кенә булды. Иҫке ҡыштырлауыҡ пакетын йомарлап, касса эргәһендә баҫып торған иргә боролоп-боролоп ҡараны ҡатын. Шунан һуң, ни ғәжәп, күңелендә уға ҡарата бер ниндәй хис тойманы. Ҡыҙғаныумы, үкенеүме, шундайыраҡ бер нәмә генә булып алды.
Ҡоҙағыйҙары мул итеп табын әҙерләгән. Бер заман, бәпәй күтәреп, Ринаттар ҙа ҡайтып төштө. Мәк сәскәһе кеүек балҡып торған Әлиә ҡәйнәһен килеп ҡосаҡланы. Быға тиклем тыны ла сыҡмаған малай, өй тултырып илап ебәрҙе. Рәфҡәт менән Тәслимә ейәндәре янына ашыҡтылар. Баланы ҡулына алған иренә, тәүгә күргәндәй, һоҡланып ҡараны ҡатын. Был һиңә сәскәнән-сәскәгә күсеп йөрөгән Әмир түгел...Ышаныслы терәк, аңлаусы, ысын күңелдән яратыусы ир. Ә Тәслимә, осраҡлы рәүештә генә Әмирҙе магазинда күрмәһә, әле һаман шуны уйлап, хыялланып йөрөр ине.
Д.

Автор:Альфия Байзигитова
Читайте нас: