Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
20 Сентябрь 2021, 20:40

Рәнйемә, зинһар!..

Ауылдағы бер өлкән инәй әсәйҙе был икәүҙе ҡарғарға өйрәтә. Әбей өйрәткән ваҡытта әсәй сәстәрен туҙыратып ултырып тегеләрҙе оҙаҡ итеп ҡарғай. Үҙе лә ошо хәлдән һуң оҙаҡ ҡына хәлһеҙләнеп, ауырып йөрөй. Тиҙҙән атайым эсә башлай...

Әсәйем мәрхүмә: “Һүҙҙең ҡөҙрәте көслө. Шуға күрә ауыҙыңды үлсәп һәм уйлап ас. Бер ҡасан да кеше рәнйешен алма, үҙең дә бер кемде лә ҡарғама. Ҡарғыш ике осло: бер яғы һине рәнйеткән кешегә төшһә, икенсеһе һиңә төшөр”,-тип әйтер ине.

Атайым әсәйемде өс бала менән ташлап күрше ҡатынға сығып китә. Был көтөлмәгән хәл була. Әсәйем ситән аша тегеләрҙең ишек алдында көлөшкәнен, һөйләшкәнен ишетеп йөрөй, уларҙы бергә күреүе лә бик ауыр була уға. Ауылдағы бер өлкән инәй әсәйҙе был икәүҙе ҡарғарға өйрәтә. Әбей өйрәткән ваҡытта әсәй сәстәрен туҙыратып ултырып тегеләрҙе оҙаҡ итеп ҡарғай. Үҙе лә ошо хәлдән һуң оҙаҡ ҡына хәлһеҙләнеп, ауырып йөрөй. Тиҙҙән атайым эсә башлай. Ул ваҡытта эскән кешеләр һирәк-һаяҡ булғас, был барыһы өсөн дә ҡурҡыныс хәл була. Яҙғы ташҡын ваҡытында иҫерек атайыбыҙ йылғаға батып үлә. Уның йәш ҡатыны ауырлы була. Тик сабыйы үле тыуа. Уларҙың ҡайғыһы әсәйгә шатлыҡ килтермәй шул. Ул да үҙенең көндән-көн хәлһеҙләнеүен тоя. Үлер сиккә еткәс, көслө бер муллаға бара. “Эй, ҡыҙым, ниңә Аллаһы Тәғәләнән аша төшөп, үҙең кемгәлер яза бирергә маташтың? Ундай саҡта Хоҙайға һыйынып, доғалар уҡырға кәрәк. Хаҡ Тәғәлә һине ишетер, ярҙамын ебәрер ине. Ә ҡарғышыңдың ҡара һүҙҙәре үҙеңә әйләнеп ҡайтҡан бит. Тәүбәгә кил, Хоҙай Тәғәләнән ярлыҡау һора. Мин һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмайым. Әҙәм балалары һүҙҙең ниндәй көскә эйә икәнлеген онотто. Ауыҙыңдан сыҡҡан һәр яман һүҙең өсөн яуап бирергә тура киләсәк”,-ти ул.

Әсәйем ошонан һуң иман юлында булды. Күрше ҡатындан ғәфү лә үтенде, шикелле. Тик асыуын ауыҙлыҡлай алмай, ҡарғау юлына баҫҡаны өсөн үҙен ғәфү итә алманы.

Тыныс ятһын, ҡәҙерлем.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: