Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
13 Сентябрь 2021, 21:08

Мунсабыҙҙан сәс сыҡты

Аллаға шөкөр, әбейгә барып ҡайтҡас, йәнем тынысланды. Ә теге ҡатын барыбер урам батшаһы булып оҙаҡ йәшәй алманы. Хәлем юҡ әле, тип һөйләнеп йөрөгәнен ишеткәндәр. Дауаханаға ла барып ҡайтҡан. Сире билдәһеҙ, сәбәбен һаман таба алмайҙар, ти. Хәҙер тынды, урамда ла бик күренмәй. Гонаһ булырмы инде былай уйлауым: әллә эшләгән сихыры үҙенә ҡайтты микән. Күп кешене рәнйетте бит. Унан йәберҙе бер мин генә күрмәнем. Был яҙмам әшәкелек эшләгән кешеләргә ғибрәт булһын.

Ире былай насар түгел, һөйләшергә була, ләкин ҡатыны бер аждаһа булып сыҡты. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бөтә урамды талаштырып бөттө...

Бер нисә йыл булған хәл һис күңелдән сыҡмай. Беҙ урам тыҡрығында йәшәйбеҙ. Урам яҡтан да, тыҡрыҡтан да инерлек итеп, ике ҡапҡа эшләттек. Мал аҫрағас, бесән-һалам, башҡаһын ташырға уңай булһын тинек. Мунсабыҙ ҙа шул тыҡрыҡ эргәһендә, бер яғы ҡоймаға терәлеп тора. Күршеләр менән быға тиклем татыу йәшәнек. Электән аралашҡан кешеләр бит.

Тик бер заман урамдың тыныслығы боҙолдо. Беҙҙең эргәләге буш өйҙө ситтән килгән кешеләр һатып алды. Улар фатирҙарын балаларына ҡалдырып, Өфөнән ҡайтҡандар икән. Ире былай насар түгел, һөйләшергә була, ләкин ҡатыны бер аждаһа булып сыҡты. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бөтә урамды талаштырып бөттө. Юҡтан да тауыш сығара, уға бер нәмә лә оҡшамай. Беҙҙең тыҡрыҡта торған, быға тиклем берәүгә лә ҡамасауламаған төҙөлөш материалдарын ауыл Советына әйттереп алдырҙы. Почтальон өҫтөнән ялыу яҙып, премияһын ҡырҡтырҙы. Тегеләре лә шуның һүҙенә ышаналар, әллә үҙҙәре лә ҡурҡалар инде.

Был ҡатын минең менән әйткеләшкәндә:"Һеҙҙең нигеҙҙе ҡоротам әле мин, күреп тор,"--тип янаған ине. "Әй, был йүләрҙең һүҙен тыңлап торғансы. Аллам һаҡлаһын, килтереп һуғырға ла күп һорамаҫ, тамам күҙҙәре аҡайған,"--тип, ҡапҡаны ныҡ ябып инеп киттем. Күршең менән тыныс йәшәмәгәс, һәйбәт түгел шул.

Бер көндө, инер алдынан иҙәндәрен йыуып сығайым әле тип, мунсаға киттем. Мунсаны йыуып, тышҡа сыҡтым. Унда бер мөйөштә генә кеше әллә ни ултырмаған иҫке эскәмйә бар беҙҙең. Яйһыҙыраҡ булғас, мунсанан сығарып, шунда ҡуйғайныҡ. Өҫтөнә ике-өс һепертке ҡуйған килеш тора. Бының да аҫтын һөртөп алайым тип һуҙылһам, ҡулым бер йомшаҡ нәмәгә тейҙе. Нимә икән тип яҡшылабыраҡ ҡараһам, бер ус сәс! Уны-быны уйламайым бит әле, йыйыштырыуымды беләм. Ҡайҙан сыҡты икән был, үткән мунсанан ҡалдымы икән, тип уйлайым үҙемсә. Унан яҡшылабыраҡ ҡараным, минең был тиклем сәсем ҡойолғаны юҡ ине. Шунан башыма килгән уй шул булды: был, моғайын, сихырҙыр. Уны кем һалған? Теге ҡатын микән? Әйткеләшеп алғанға аҙна-ун тирәһе генә, шул арала өлгөргәнме икән ни.

Ҡарай белә тип даны таралған әбейгә барҙым. Уға хәлде һөйләп бирҙем. Фәрзәнә әбей минең һөйләгәнде тыңлап торҙо ла: "Һеҙҙе бөтөрөргә яһағандар быны. Һин уны ҡайҙа ҡуйҙың? Һыйыр тиҙәгенә бутап, кем һалған, үҙенә китһен тип, бәҙрәфкә ташларға кәрәк булған",--тине. Әсәйем менән һөйләшкәс, мин тап шулай эшләгәйнем дә.

Аллаға шөкөр, әбейгә барып ҡайтҡас, йәнем тынысланды. Ә теге ҡатын барыбер урам батшаһы булып оҙаҡ йәшәй алманы. Хәлем юҡ әле, тип һөйләнеп йөрөгәнен ишеткәндәр. Дауаханаға ла барып ҡайтҡан. Сире билдәһеҙ, сәбәбен һаман таба алмайҙар, ти. Хәҙер тынды, урамда ла бик күренмәй. Гонаһ булырмы инде былай уйлауым: әллә эшләгән сихыры үҙенә ҡайтты микән. Күп кешене рәнйетте бит. Унан йәберҙе бер мин генә күрмәнем. Был яҙмам әшәкелек эшләгән кешеләргә ғибрәт булһын.

К.

Автор:Альфия Байзигитова
Читайте нас: