Беҙ биш йыл һайын осрашып торҙоҡ. Беренсе биш йыллыҡҡа кем ҡайта алды, кем--юҡ. Ә бына ун йылға барыһы ла ҡайтты. Сөнки һәр беребеҙ шул яҙыуҙы көтә, тиҙерәк уҡыйһы килә.
Шишмә буйына матур итеп табын әҙерләгәс, Рөстәм теге тартманы асты. Хат тышына исем-фамилиялар яҙылған, һәр кем үҙенекен табып уҡыны. Ныҡ ҡыҙыҡ икән ул! Һәр беребеҙ үҙенең хатын ҡысҡырып уҡый, башҡалар шым ғына тыңлап ултыра. Кемдеке тура килде, ә кемдеке--юҡ. Тартмала бер хат ҡалды. Ул класташ егетебеҙҙеке ине. Ҡыҙғаныс, ул беҙҙең аранан иртә китте. Үлеме лә шул тиклем ҡыҙғаныс булды: өйләнеп йәшәп кенә киткән сағы ине, эҫе йәйҙә туғандары менән һыу инергә барғандар. Был йүгереп һыуға төшөп тә киткән, сумған һәм бүтән сыҡмаған. Бөтә кеше ҡарап торғанда шулай батҡан ул. Ах итеп һөйләнеләр уны, бик ҡыҙғаныс булды.
Үҙебеҙҙең хаттарҙы уҡып бөтөргәс, уныҡын да асырға булдыҡ, ғәйеп булмаҫ, тинек. Класташыбыҙ ни бары бер генә һөйләм яҙған ине унда: ун йылдан һуң мин булмам. Ҡайҙан сығып шулай тигән ул? Һиҙенгәнме, шаярғанмы--ниңә улай яҙған? Әллә юрағаны юш килгәнме? Ҡыҙғаныс, һорауҙарҙың барыһы ла яуапһыҙ.