Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
9 Июль 2021, 21:05

ИШЕКТЕ АСМА!

Барып асайым тинем дә, ҡапыл төшөмдө иҫемә төшөрөп: “Кем ул?”-тип һораным. “Күршегеҙ, йәһәт кенә асығыҙ әле”,-булды яуап. Әҙерәк өндәшмәй торғайным, теге кеше ишекте ныҡ итеп шаҡый башланы, унан аяғы менән типкесләй башланы...

Бер төн төшөмдә ике йыл элек мәрхүм булған дуҫымды күрҙем. Ул миңә: “Иртәгә бер кемде лә ишекте асма!”-тине. Ғәҙәттә төштәр онотола, ә был баштан сыҡмай. Дуҫымдың нимә әйтергә теләгәнен аңлай алмайым. Мәсеткә барып хәйер бирергә кәрәк, тип уйлап ҡуйҙым. Ҡараңғы төшкәс кемдер ишекте шаҡыны. Барып асайым тинем дә, ҡапыл төшөмдө иҫемә төшөрөп: “Кем ул?”-тип һораным. “Күршегеҙ, йәһәт кенә асығыҙ әле”,-булды яуап. Әҙерәк өндәшмәй торғайным, теге кеше ишекте ныҡ итеп шаҡый башланы, унан аяғы менән типкесләй башланы. Полиция килеп еткәнсе ишегемде бысаҡ менән ҡырҡып та өлгөргән, етмәһә. Шуға күрә төштәргә ышанырға кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: