Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
2 Июль 2021, 19:45

Сереңде һөйләмә!

Башҡаларҙа нисектер, мин алдан берәйһенә әйтһәм – барыһы ла юҡҡа сыға. Эш тапҡас, ҡыуана-ҡыуана әхирәтемә әйттем. Алған ерҙән – кире борҙолар. Өҫтәмә белем алам тип егетемә маҡтанғайным, уйламаған ерҙән аяғымды һындырып кәрәкле көндө институтҡа бара алманым...

Кешеләргә нимә эшләргә уйлағаныңды, уй-фекереңде һөйләргә ярамай. Башҡаларҙа нисектер, мин алдан берәйһенә әйтһәм – барыһы ла юҡҡа сыға. Эш тапҡас, ҡыуана-ҡыуана әхирәтемә әйттем. Алған ерҙән – кире борҙолар. Өҫтәмә белем алам тип егетемә маҡтанғайным, уйламаған ерҙән аяғымды һындырып кәрәкле көндө институтҡа бара алманым. Туй алдынан бергә йәшәй башларға тип оҡшаған фатирҙы оҙаҡ эҙләнек. Ниһайәт, таптыҡ: үҙәктә, йылы, йыһазы ла бар. Хужаһы: “Иртән үк күсеп килегеҙ”,-тине. Шунда уҡ шылтыратып апайыма һөйләнем. Икенсе көнөнә йорт хужаһы фатирға әлегә бер кемде лә индермәйәсәген белдерҙе. Бына нимә ул? Ә бергә кемгә лә әйтмәй эшләһәм – барыһы ла килеп сыға.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: