Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
23 Июнь 2021, 20:50

КҮҘҺЕҘ ҠАЛАҺЫҢ БИТ...

Йәнәһе, тәрән йылға аша сығып барам. Һыу иҫ киткес йылы, рәхәт. Шунан ҡапыл аяғыма ниҙер килеп сәнселде. Ауыртыуҙан түҙмәй һиҫкәнеп ҡысҡырып ебәрәм. Аҫҡа эйелеп аяғымды ҡараған арала йылғаның уртаһында осло ботаҡлы ағас килеп сыҡҡан. Ә мин уны күрмәйем. Кемдер: “Күҙһеҙ ҡалаһың бит!”-ҡысҡырғанына тертләп уянып киттем...

Өс төн бер үк төш күрҙем. Йәнәһе, тәрән йылға аша сығып барам. Һыу иҫ киткес йылы, рәхәт. Шунан ҡапыл аяғыма ниҙер килеп сәнселде. Ауыртыуҙан түҙмәй һиҫкәнеп ҡысҡырып ебәрәм. Аҫҡа эйелеп аяғымды ҡараған арала йылғаның уртаһында осло ботаҡлы ағас килеп сыҡҡан. Ә мин уны күрмәйем. Кемдер: “Күҙһеҙ ҡалаһың бит!”-ҡысҡырғанына тертләп уянып киттем. Ошо аңлайышһыҙ төш өс төн буйы ыҙалатты. Ә бөгөн мине фәрештәм һаҡлауын аңланым. Йоҡларға ятҡас, дарыу эсергә онотҡанымды аңланым. Барып дарыуҙы эскәс, карауат эргәһендә ейәнем ташлап киткән осло бер уйынсыҡҡа баҫып, ҡысҡырып ебәрҙем. Аяғымды тотоп, ауыртынып ултырған арала, түшәмдең бер килке өлөшө карауатҡа килеп төштө. Нәҡ мин ятҡан яҫтыҡҡа. Үлтереүен – үлтермәһә лә, күҙһеҙ ҡалыр инем.

Бына ошо хәлде нисек аңлатырға? Мине кемдер алдан иҫкәртеүе, һаҡлап ҡалыуы көн кеүек асыҡ бит. Күренмәгән ниндәйҙер көстөң һине шулай һаҡлап алып йөрөүе үҙе бәхеттер ул.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: