Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
5 Май , 18:00

Бындай ҙа төҫ була икән!

Мин кеҫәмде ҡапшап, аҡса алмағанымды белдем. Күңелем төштө. Шул саҡ яныма кескәй бер малай килде лә, мине етәкләп торт янына алып барҙы: “Алығыҙ, һеҙгә бөгөн бушлай”,-тине. Өнөмдә ун йылдан ашыу бергә йәшәп тә балалары булмаған улым менән киленемдең бәпес көтөүҙәрен ишеттем...

Иң матур төштәремде дәфтәргә яҙып барырға булдым. Сөнки уларҙан һуң һәр саҡ минең тормошомда сағыу ваҡиғалар була. Улдарҙың ҡайһы берәүҙәрен һеҙгә лә тәҡдим итәм.

Мин болонда. Бар ерҙә әллә нисәмә төҫлө сәскәләр. Ҡайһы берәүҙәрен ҡарап: “Бындай ҙа төҫ була икән! Бер ҡасан да күргәнем юҡ ине. Нисек атала икән?”-тип аптырайым. Шул саҡ күмәк күбәләктәр осоп килеп сыҡты ла, мине ҡаплап алды. Уларҙың ҡанаттарын елпеүенән шул тиклем рәхәт. Йылмайып уянып киттем. Ошо көндө миңә күптән көткән маҡтаулы исем биреләсәген белдем.

Осорға өйрәнгән икәнмен. Тәүҙә ҡапҡа башына осоп мендем. Унан ҡыйыҡҡа. Артабан күккә осоп китеп болоттар өҫтөнә менеп ултырҙым. Эй, рәхәт, үҙемдең оса белеүемдән күңелем шул тиклем елкенә! Хәлдән тайғансы Ер шарын гиҙҙем генә. Һөҙөмтәлә, өнөмдә ҡыҙым менән кейәүемдең сит илгә сәйәхәткә сығасаҡтарын ишеттем.

Урам буйлап китеп барам. Бер урында тәмлекәстәр теҙелеп киткән. Нимә генә юҡ! Әллә нисә төр кәнфит, туңдырма, пирожныйҙар, ә уртала иҫ киткес ҙур торт. Теге тортҡа тамшанып ҡарап торам инде, ә уны өлөшләп һата ла башланылар. Мин кеҫәмде ҡапшап, аҡса алмағанымды белдем. Күңелем төштө. Шул саҡ яныма кескәй бер малай килде лә, мине етәкләп торт янына алып барҙы: “Алығыҙ, һеҙгә бөгөн бушлай”,-тине. Өнөмдә ун йылдан ашыу бергә йәшәп тә балалары булмаған улым менән киленемдең бәпес көтөүҙәрен ишеттем. Хәҙер иҫ киткес аҡыллы, матур, шуҡ 3 йәшлек ейәнем йүгереп йөрөй.

Ҡәҙерлеләрем, һеҙҙең барығыҙҙың да тик шундай матур төштәр күреүегеҙҙе теләйем!